

Уҙған йыл аҙағынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә республикала башҡорт телен яһалма зиһен экосистемаһына индереү буйынса әүҙем эш алып барыла.
Күләмле проектта Башҡортостандың алдынғы ғилми һәм белем биреү учреждениелары: Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, шулай уҡ Башҡорт телен үҫтереү фонды ҡатнаша. Башланғысҡа республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, ирекмәндәр ҡушылды.
Әҙерлек этабында башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе һәм материалдарҙы тел базаларын формалаштырыуҙа һәм яһалма зиһен технологияларын уҡытыуҙа ҡулланыуҙы көйләгән хоҡуҡи нормалар әҙерләнде. Бер ыңғайҙан республиканың Һанлы үҫеш министрлығы ошо әһәмиәтле мәғлүмәттәр өсөн үҙәкләштерелгән һаҡлағыс булдырыу менән дә шөғөлләнә.
Үткән аҙна аҙағында эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышы үтте. Унда эксперт сифатында республика Хөкүмәтенең яһалма зиһенде үҫтереү буйынса вице-премьеры Олег Ли ҡатнашты.
– Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 2019 йылдан алып башҡорт телен популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Беҙҙең алға ҡуйылған төп бурыс – башҡорт телен модалы итеү. Ошо йылдар эсендә төрлө ҡушымта эшләнек, “Һомай” колонкаһы барлыҡҡа килде, бик күп ҡыҙыҡлы проект тормошҡа ашырылды. Ә 2025 йыдың аҙағында, фекерҙәштәрҙән торған төркөм йыйып, беҙ башҡорт телен яһалма зиһен экосистемаһына индереү тураһында уйлай башланыҡ. Быны ирекмәнлек эше тип әйтергә була, – тип билдәләне сығышында Урал Килсенбаев.
ӨФһТУ проректоры Айнур Хәйбуллин менән “Һомай” колонкаһын уйлап табыусы Айгиз Ҡунафин да башҡарылған эштәр тураһында ентекле һөйләне.
– Эштәр менән танышыуҙан ыңғай тәьҫорат ҡалды. Яһалма зиһенде башҡорт теленә өйрәтеүҙең актуаллеге, миңә ҡалһа, бик асыҡ күренә. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, фекерләүҙең дә нигеҙе, мәҙәниәт асҡысы. Шуға күрә лә республика Башлығы Радий Фәрит улы ла, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы ла был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә. Был – яуаплы һәм үҙ ваҡытында эшләнгән аҙым. Яһалма зиһенде башҡорт теленә өйрәтеү идеяһы – телдең һанлы мөхиттәге киләсәгенә ғәмәли өлөш индереү, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Олег Ли. – Шуның менән бергә, мәғлүмәттәр төҙөгәндә файҙаланылған әҫәрҙәрҙең авторҙар коллективы тураһында ла иҫтән сығарырға ярамай. Моделдәрҙе артабан эшләүгә яуаплы ҡарарға, оригиналь контентты ҡабатлауға юл ҡуймаҫҡа кәрәк, – тип билдәләне ул.
19 майҙа Өфөлә яһалма зиһен (артабан – ИИ) технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса стратегия сессияһы үтте. Уға республика Башлығы етәкселек итте. ИИ-тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнде. Бынан тыш, Радий Хәбиров хөкүмәттең яңы вице-премьеры – яһалма зиһен буйынса проекттарҙы координациялау буйынса яуаплы итеп тәғәйенләнгән Олег Ли менән таныштырҙы.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/