Йәмғиәт
26 Май , 13:45

Маҡсаты – олатаһының шөғөлөн дауам итеү

Умартасылыҡ эше еңел түгел. Өйрәнгән һайын уның яңы серҙәре барлыҡҡа килә, тиҙәр был һөнәр эйәләре. Йәштәр араһында был боронғо шөғөлдө үҙ итеүселәр бигерәк тә һоҡландыра. 

Маҡсаты – олатаһының шөғөлөн дауам итеүМаҡсаты – олатаһының шөғөлөн дауам итеү
Маҡсаты – олатаһының шөғөлөн дауам итеү

Хәлекәй ауылы - умартасыларға бай төбәк.

Умартасылыҡ эше еңел түгел. Өйрәнгән һайын уның яңы серҙәре барлыҡҡа килә, тиҙәр был һөнәр эйәләре. Йәштәр араһында был боронғо шөғөлдө үҙ итеүселәр бигерәк тә һоҡландыра. Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында умарталығында бал ҡорттарын ҡарау мәшәҡәттәренә сумған умартасы Дамир Баһауетдиновты тап иттек. Бөгөнгө көндә тыуған йортонда әсәһе донъя көтә. Дамир Самат улы ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән, һөнәре буйынса - экскаваторсы,  ләкин төп атай йортона юлы өҙөлмәй. Яҙғы-йәйге осорҙа ул хужалыҡта хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. 

– Умартасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу Сәләм ҡартатайҙан килә. Заманында ул умараталар тотҡан, был шөғөлгә балаларын да өйрәткән. Олоғайғас, улдарына икешәр умарта таратып биргән. Шулай итеп, был шөғөл юғалып ҡалмаған. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, барыбыҙ ҙа умарта эшен белә. Атайыбыҙға бәләкәйҙән ярҙам итә торғайныҡ. Хәҙер беҙҙең балалар ҙа умарта эшенең рәтен белә. Беҙҙең маҡсат – балдан килем алыу түгел, ә ҡартатайыбыҙҙың эшен дауам итеү. Ҡартатайым  биргән ҡорттар юғалманы, киреһенсә, уларҙы күбәйттек. Беҙҙең маҡсат – нәҫелебеҙҙә быуындан-быуынға күсә килгән ҡортсолоҡ эшен артабан дауам итеү, – тип һөйләне Дамир Самат улы.

Умарталарын апрель башында сығарғандар. Баҡсала 40-ҡа яҡын умартала  бал ҡорттары гөжләп тора. Ҡышты улар уңышлы сыҡҡан, бары тик бер генә умарта һәләк булған. Умартасылыҡ бер кеше башҡара торған эш түгел. Ҙур көс талап иткән мәшәҡәттәрҙе туғандар һәр ваҡыт бергәләп башҡара.

– Бөтә теләгән кеше лә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә алмайҙыр, тип уйлайым. Ул ҙур түҙемлелек тә талап итә, – тип һөйләне әңгәмәсем.

Ауылды тап Баһауетдиновтар кеүек һөнәрле, көслө нәҫелдәр күтәрә. Киләсәктә лә уларға йәнтөйәктәренең күрке, таянысы булып йәшәргә яҙһын.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас