Йәмғиәт
27 Мая , 08:00

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты

Күңелдәргә изгелек өләште был байрам. 

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнаштыБашҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты

27 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ләлә-Тюльпан” йәмиғ мәсетендә булды. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендә һымаҡ, бында ла Ҡорбан байрамы уңайынан байрам намаҙы үтте, вәғәздәр уҡылды. Сараны Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин алып барҙы.

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙ уҡыуҙа ҡатнашты, халыҡ менән аралашты.

– Изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым. Был көндө беҙ ғаиләләребеҙ, туғандарыбыҙ именлеге өсөн Аллаһ Тәғәләгә доғаларыбыҙҙы бағышлайбыҙ, яындарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа яугирҙәребеҙ иҫән-имен ҡайтһын өсөн уларға доғалар арнайбыҙ. Әлбиттә, уларға һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ.

Республикабыҙ тормошонда күп милләтле халыҡтарҙың килешеп йәшәүендә рухи лидерҙарыбыҙҙың әһәмиәте ҙур. Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси, рухи тормошонда хөрмәтле Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәттең ҙур ролен баһаламау мөмкин түгел. Уның сәләмәт, оҙон ғүмерле булыуы өсөн доғалар уҡыйбыҙ. Барығыҙға ла именлек, татыулыҡ теләйем. Йорттарыбыҙҙа, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын! – тине Радий Фәрит улы Хәбиров.

 

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов/Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

  

 

 

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында ҡатнашты
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас