

Мәрйәм ханымдың һөйләгәндәрен һеҙ ҙә тыңлап, үҙегеҙгә фәһем алып, һығымта яһаһағыҙ ине. Ауырлыҡтарға бер ҡасан да бирешмәҫкә кәрәклеген дәлилләй был яҙмыш.
– Йәшләй генә тормошҡа сыҡтым. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәптә әҙ генә лә эшләп өлгөрмәнем, шунда физкультуранан уҡытыусы Илгиз исемле егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй ғаилә ҡорҙоҡ. Бер-бер артлы өс улыбыҙ донъяға килде. Илгиздең ата-әсәһенең ҡалала буш торған ҙур фатирҙары булғас, шунда йәшәп алып киттек. Мин бала бағыу мәшәҡәттәренә сумдым, Илгиз өҫтәмә эштәргә урынлашып булһа ла ғаиләбеҙҙе ҡарарға, мохтажлыҡта йәшәтмәҫкә тырышты. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы ине. Үҙ-ара ыҙғышыу, тауыш сығарыу, ҡул күтәреү кеүек нәмә булманы. Икебеҙ ҙә спиртлы эсемлеккә битараф булғас, хатта балалар өйҙә бер ҡасан да шешә, рюмка күрмәне, эскелеккә ҡоролған мәжлестәр ҙә ойошторманыҡ.
Гел шулай дауам итер һымаҡ ине, ләкин көндәрҙең береһендә ирем ярышҡа киткән еренән кире әйләнеп ҡайтманы. Көсөргәнеште йөрәге күтәрә алмаған, тинеләр. Табиптар ярҙам итеп өлгөрә алмаған. Шулай уйламаған ерҙән өс бала менән бер үҙем тороп ҡалдым.
Иң бәләкәсенә ул ваҡытта ике йәш тулып килә ине. Уны балалар баҡсаһына йәһәтерәк тапшырып, мәктәпкә эшкә сыҡтым. Нисек ауыр булғанлығын үҙем генә беләм. Балалар бер туҡтауһыҙ ауырый. Иң бәләкәсе бигерәк тә сирләшкә ине. Эштә гел генә “больничный” алғанды ла яратмайҙар. Мәктәп менән балалар араһында өҙгөләндем.
Миңә тигән һынауҙар бының менән генә бөтмәгән икән. Ирем үлеп бер йыл да үтмәне, ҡәйнәм менән ҡайным килеп, фатирҙан сығырға кәрәклеген, был фатирҙың Себерҙә йәшәгән ҡыҙҙарына буласағын әйтеп китте.
Был хәбәрҙе ишеткәс, балаларым менән күмәкләп ултырып иланыҡ. Был заманда фатир яллап йәшәйем тиһәң, барлыҡ эш хаҡыңдың шунда китеп торасағы билдәле.
Бер көн балалар менән кисен өйгә ҡайтып инеүгә, әйберҙәребеҙҙең төйөнсөктәргә, сумкаларға тултырылып ишек төбөндә ултырыуын күреп, аптырауҙан нимә эшләргә лә белмәнек. Ҡәйнәм менән ҡайным сығып китеп тә өлгөрмәгәйне.
– Һиңә Аллаһ Тәғәлә ярҙам итһен инде. Шундай ғына теләк әйтә алабыҙ, – тип фатирҙы бушатырға кәрәклеген йәнә бер иҫкәртеп сығып киттеләр.
Был һүҙҙәр мейемә ут һымаҡ яндырып ингән һымаҡ тойолдо. Күңелемдә өмөт уянды. “Аллаһ Тәғәлә бар бит әле. Барыһы ла уның ҡөҙрәтендә бит. Ни өсөн былай бирешеп ултырам әле?! Беҙҙең дә фатир булыр!“ тигән эске ышаныс барлыҡҡа килде.
Шулай итеп, таныш бер апайҙың шарттары бик булмаған фатирын ҡуртымға алып йәшәп киттек.
Был осор төштәге һымаҡ инде хәҙер. Уҡытыусының эш хаҡы менән былай йәшәп булмаясағы ла көн кеүек асыҡ. Төплө генә ҡарарға килә алмай аңҡы-тиңке булып йөрөнөм шул саҡ. Етмәһә, баҙарҙа йөрөп ятҡан сағымда элекке фатирҙа күрше булып йәшәгән ағай осрап, яралы йөрәгемә тоҙ һалып китте.
– Ҡәйнәң менән ҡайның “һеҙгә бәләкәйерәк бүлмәле фатир алып бирҙек” тигәйне, ҡайһы тирәнән алдығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Алманыларсы, кеше фатирындабыҙ, – тип кенә әйтә алдым, әсе төйөр тамағыма килеп тығылды.
Бер аҙҙан атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, үҙемдең тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар иттем. Район үҙәгендә фатир алыуы ла еңелерәк булыр, тип уйланым.
Мәктәптә уҡыттым, өҫтәмә рәүештә кистәрен иҙән йыуҙым. Һәр тинде бөртөкләп йыйҙым. Атайым күпләп мал тотҡас, ул ныҡ ярҙам итте. Шулай итеп, тырыша торғас, бәләкәй генә фатир алдыҡ. Беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр ул көндә. Һөйөнөсөбөҙҙөң сиге юҡ ине. Шул тиклем дә көсәнеп, тырышып алғанғамы, ул шул тиклем дә ҡәҙерле ине беҙҙең өсөн.
Шуға эшемде һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләгә тапшырам. Шулай эшләгәндә барыһы ла ыңғай килеп сыға, – тип һүҙен тамамланы Мәрйәм апай.
Автор фотоһы.