Йәмғиәт
29 Мая , 13:15

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың кредиттары ҡаплана

Ул ҡасандан ғәмәлдә була һәм кемдәргә ҡағыла?

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың кредиттары ҡапланаМХО-ла ҡатнашыусыларҙың кредиттары ҡаплана
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың кредиттары ҡаплана

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2026 йылдың 1 майынан контракт төҙөгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың законға ҡул ҡуйғанға тиклем алынған кредиттары буйынса йөкләмәләрен туҡтатыу тураһында тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында баҫылған.

Элекке ҡануниәт 2024 йылдың 1 декабренән алдараҡ контракт төҙөмәгән МХО ҡатнашыусыларының, шулай уҡ уларҙың ҡатындарының кредиттары буйынса ваҡыты үткән бурыстарҙы иҫәптән сығарырға мөмкинлек бирә ине. Һүҙ 10 миллион һумдан артмаған йөкләмәләр тураһында бара, улар буйынса 2024 йылдың 1 декабренә тиклем бурысты түләтеү тураһында суд акты көсөнә инә һәм (йәки) башҡарыу ҡағыҙы бирелә йәки үтәүгә күрһәтелә.

Яңы закон 2026 йылдың 1 майынан һуң контрактҡа бер йылдан кәм булмаған мөҙҙәткә ҡул ҡуйған МХО ҡатнашыусыларын һәм уларҙың ҡатындарын кредит йөкләмәләренән азат итә, әгәр был датаға тиклем судтың бурысты түләтеү тураһында ҡарары көсөнә ингән һәм (йәки) башҡарыу ҡағыҙы бирелгән йәки үтәүгә күрһәтелгән булһа. Шул уҡ ваҡытта, элеккесә, бындай йөкләмәләр күләме дөйөм алғанда 10 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.

Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас