

“Ғаиләбеҙгә көтмәгәндә оло ҡайғы килде: 69 ғына йәшендә атайыбыҙ вафат булды. Инсульт тинеләр. Бығаса бер ҙә һаулығына зарланып йөрөгәне булманы, емертеп эшләне, донъя көттө. Әсәйебеҙ менән беҙгә, өс балаға, матур тәрбиә бирҙеләр, уҡыттылар, кеше иттеләр. Ныҡ матур, татыу йәшәнеләр.
Бөгөн ағайым – район үҙәгендә, мин – Өфөлә, бәләкәй ҡустыбыҙ Себерҙә йәшәй. Барыбыҙҙың да эше, ғаиләһе, балалары бар.
Атайҙың үлеме бөтәбеҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, башыбыҙға ишелеп төшкән оло ҡайғы булды. Вафатына дүрт ай ваҡыт үтте. Аҡыл менән эш итергә кәрәклекте, нисек кенә ҡайғырһаҡ та, илаһаҡ та, уны кире ҡайтарып булмауын аңлайбыҙ, йәшәргә тырышабыҙ. Әммә беҙҙе әсәйҙең хәле ҡурҡыуға һала. Был ҡайғынан һуң ул ныҡ үҙгәрҙе. Быға тиклем йүгереп йөрөп донъя көткән әсәйебеҙ тормошҡа тулыһынса тигәндәй ҡул һелтәне. 65 кенә йәш бит әле үҙенә, йәғни донъянан ваз кисер йәштә түгел, тип әйтмәксемен. Ағайымды саҡырып алып, һарыҡ-кәзәләрҙе һаттырған. Тауыҡтарҙы ла, көтмәйем, тип уға биреп ҡайтарған.
Себерҙәге ҡустыбыҙ атайҙы ерләгәндән һуң ҡайта алғаны юҡ, балалары ла бәләкәй. Беҙ ағайым менән алмашлап әсәй янына ҡайтырға тырышабыҙ. Ул үҙе беҙҙең менән йәшәүгә, күсеп килеүгә ҡырҡа ҡаршы, был хаҡта ишеткеһе лә килмәй. “Атайығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмайым инде”, – ти. Атай тураһында иҫән кеше хаҡында һөйләгән кеүек һөйләй. “Сабир ярата торғайны”, – тип ул яратҡан ризыҡтарҙы бешерә, фотоһы менән һөйләшә. Әле байрамға ҡайтҡанда матур итеп һөйләшеп ҡараным. “Мине иҫәрләнеп бара, тип уйлайһыңмы?!” – тип үпкәләгәндәй итте.
Гел көйәләнеп, илап ултырып, ҡан баҫымы күтәрелә. Уның өсөн ныҡ борсолабыҙ, әммә беребеҙ ҙә күсеп ҡайта алмай шул, һәр беребеҙҙә донъя, эш, балалар мәшәҡәте. Әсәйебеҙҙең был хәленә артыҡ иғтибар бирмәй, яйлап үтер, тип тыныс ҡарарғамы? Әллә берәй сара күрергә кәрәкме икән? Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
Ихтирам менән, Фәнилә.
Өфө ҡалаһы”.
Нәсих Хәлисов фотоһы.