

“Ризаһыҙлыҡ һәм борсолоу – беҙгә бирелгән көс-ҡеүәтте иң ныҡ юҡ итеүселәр”.
Фрэнсис Скотт Фицджеральд.
Был донъяла тормошо, йәшәйеше, үҙен уратып алған йәмғиәт менән тулыһынса ҡәнәғәт булған кешене табыу мөмкин түгелдер, сөнки барыбыҙ ҙа мәле менән нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ. Һәр кем тиерлек тормошонан, эшенән, тышҡы ҡиәфәтенән, һауа торошонан, эргә-тирәһендәгеләрҙән һәм йәшәйештең башҡа күп төрлө сағылышынан ҡәнәғәт булмай зарланып ала. Әҙәми зат өсөн был ғәҙәти күренеш, гел генә бар ғәмәл менән ризалашып та булмай. Әммә самаһыҙ ризаһыҙлыҡ күрһәткән, эргәһендәге кешеләргә кире энергияһын сәскән әҙәмдәр ҙә етерлек. Уларға бер нәмә лә оҡшамай: йәшәгән ере, башҡарған эше, етәксеһе, коллегалары, туғандары, күршеләре, хөкүмәт һәм башҡалар...
Кемдәр улар “энергетик вампирҙар”?
“Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй,
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй,
Аты булһа, машинаһы етмәй.
Осор өсөн ракетаһы етмәй..
Планетаһы етмәй… Күк етмәй…
Был кешегә ифрат күп етмәй”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кешеләрҙең иғтибары насарлыҡҡа йүнәлтелгән. Улар тормоштағы ыңғай мәлдәрҙе күрмәй йә иһә күрергә теләмәй, энергияһын башҡаларҙы тәнҡитләүгә, ялыуҙарға сарыф итә. Тик үҙҙәре мыжыуҙан ары китә алмай, оҡшамағанды үҙгәртеү, тормошто яҡшыртыу буйынса тәғәйен аҙымдар эшләмәй, бер туҡтауһыҙ зарланып, үҙҙәренең проблемаларында башҡаларҙы ғәйепләй, шунан ниндәйҙер күңел йыуанысы таба. Яҡындары, дуҫ-иштәре, коллегалары бындай кешеләрҙе тәүге мәлдә тыңларға, хәленә инеп, ярҙам итергә тырыша, әммә ваҡыт үтеү менән фәтүә юҡлығын аңлап, унан ситләшә, аралашыуҙы сикләй башлай. Ҡайһы берәүҙәр бындай әҙәмдәрҙе “энергетик вампир” тип атай, сөнки улар, эргә-тирәһендәгеләрҙең энергияһын һурып, ваҡытын ғына түгел, көс-ҡеүәтен дә ала.
Тормоштан осраҡ
“Эштәге бер коллега үҙенең тормошҡа кире ҡарашы, бар нимәгә зарланыуы менән айырылып тора. Ниндәй генә хәл булһа ла, уның насар яғын таба. Мәҫәлән, беҙ иптәшем менән төҙөлөп ятҡан өйҙән фатир һатып алғас, ҡасан әҙер буласаҡ, күпме көтөргә кәрәк, өйөгөҙ төҙөлөп бөткәнсе, күпме аҡсағыҙ ҡуртымға алған фатирға китеп торасаҡ, тип һөйләнде. Өй әҙер булып, күсенгәс, фатирығыҙ бәләкәй генә икән, унда нисек йәшәмәк кәрәк, ошо ғына торлаҡҡа нисәмә йыл ипотека түләргә кәрәк, тип ҡаҡшатты. Тәүҙә матур итеп һөйләшеп, аңлатып ҡараным да, аҙаҡтан уның әйткәндәренә иғтибар итмәй, эйе-юҡ тип кенә яуап бирә башланым, уның менән аралашыуҙы ла ҡыҫҡарттым.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә килгән йәш кенә коллега ҡыҙҙы бигерәк бөтөрөп ташланы. Ул егете менән никах уҡытып, туйға әҙерләнә ине. Бер йыл буйына кейәүе менән аҡса тупланылар, атай-әсәйгә туй сығымдарын артыҡ һалмаҫҡа, күпселек өлөшөн үҙҙәре ҡапларға тырыштылар. Беҙ бындай аҡыллы, үҙаллы йәштәр өсөн шатландыҡ, ә теге коллега хәҙерге туйҙарҙың хаҡы сыҡмауын, ҙур байрамдар үткәреүҙең мәғәнәһеҙлеген әйтеп, нимәгә кәрәк ул, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Аллаға шөкөр, йәштәрҙең туйы бик матур, үҙҙәре хыял иткәнсә үтте. Бер аҙ ваҡыттан һуң, йәш кәләш туй фотоларын күрһәтергә тип алып килгән ине. Баяғы мыжыҡ, мәңге ризаһыҙ коллега, уларҙы иң алдан ҡарап, йәш коллегабыҙҙың кәйефен төшөрөп ҡуйған. Уның фекеренсә, фотолар насар килеп сыҡҡан, кейәү егет ихлас йылмаймай, бағана шикелле баҫып тора һәм башҡалар... Шатлығын ихлас уртаҡлашҡыһы килгән йәш кәләш иларҙай булып ултырҙы. Эштең айышына төшөнөп, йәш хеҙмәткәребеҙҙе тынысландырҙыҡ, фотоларҙы бергәләп ҡарап, йәш парҙың матурлығын әйтеп, бәхетле ғүмер теләнек.
Аллаға шөкөр, был матур пар беҙҙе һоҡландырып, бик татыу йәшәй, бынамын тигән ҡыҙҙары үҫеп килә. Ә теге хәлдән һуң коллегабыҙ мәңге ризаһыҙ был ҡатын менән аралашыуҙы кәметте. Күңел тыныслығын һаҡлау өсөн шундай аҙымға барырға кәрәктер ҙә, сөнки икенсе кешене үҙгәртеү, ул үҙе теләмәһә, мөмкин түгел, ә уның мыжыуын, ризаһыҙлығын тыңлап, ваҡытыңды, энергияңды сарыф итеү бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй”.
Бындай күренештең сәбәптәре
Психологтар кешенең ни өсөн мәңге ризаһыҙ булып, тирә-яҡҡа кире энергия сәсеүенең бер нисә төп сәбәбен билдәләй. Шуларға күҙ һалайыҡ.
Тормошҡа кире ҡараш. Кеше тормоштан гел генә насарлыҡ көтә, яманлыҡ янында яҡшылыҡтың да йөрөүенә ышанмай. Йәшәйештән, үҙенән ҡәнәғәт түгел, ә үҙгәреү өҫтөндә эшләр өсөн, иң алда проблеманың тамыры тап үҙеңдә икәнлеген танырға кәрәк. Ғәйеп миндә, үҙем үҙгәрергә тейешмен тип әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға бәләңде һалып, барлыҡ проблемаларҙа хөкүмәтте, ил башлыҡтарын, етәкселәрҙе, туғандарҙы һәм эргә-тирәләге башҡа кешеләрҙе ғәйепләү анһатыраҡ. “Мәңге риза булмағандар өсөн һәр саҡ башҡалар ғәйепле”, – тигән тапҡыр әйтем тап ошо хаҡта.
Юғары өмөттәр. Кеше тормошҡа ҙур өмөттәр бағлай, әллә ниндәй хыялдар менән яна, ә улар ғәмәлгә ашмаған осраҡта, ҡәнәғәтһеҙлек хисе барлыҡҡа килә, ул үҙен эстән ашай һәм ошо ризаһыҙлыҡты башҡаларға ла төшөрә. Артыҡ ҙур өмөттәр бағлаған кешеләр тормоштағы бәләкәй еңеүҙәрҙе баһалай белмәй. Бындай ҡараш башҡаларҙың да еңеүҙәрен, ҡаҙаныштарын баһалағанда нигеҙ булып тора. Ә бит “Мең саҡрымлыҡ юл да беренсе аҙымдан башлана” тигән ҡытай әйтеме бар.
Көнсөллөк. Кеше башҡаларҙың уңышына көнләшеп ҡарай, бүтәндәр уға ҡарағанда яҡшыраҡ, рәхәтерәк, байыраҡ йәшәгәндәй тойола. Булғанына ҡәнәғәт һәм рәхмәтле була белмәй. Ошо хис-тойғо уны күңел тыныслығынан яҙҙыра, үҙенең тормошон башҡалар менән сағыштырып, уны насарыраҡ тип баһалай. Ә был инде зарланыуға, ризаһыҙлыҡҡа юл аса, кеше ҡәнәғәтһеҙлеген, кире энергияһын тирә-яҡҡа һибә башлай.
“Иң яҡшы байлыҡ – башҡаларҙа булған нәмәләргә битараф булыу”, – тип әйткән ғәрәптәрҙең сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Әли ибн Әбү Талиб. Күңелеңде көнсөллөк менән тултырып, шул нәмәм юҡ, был нәмәм етешмәй тип ваҡытыңды, энергияңды шул юҫыҡта сарыф итеп ултырғансы, булғанына шөкөр итеп, булмағанын булдырыу юлында эш алып барырға кәрәк.
Түбән үҙбаһа ла тормошҡа кире ҡарашҡа, ризаһыҙлыҡҡа алып килеүе мөмкин. Кеше үҙен бер нимәгә лә эшкинмәгән, яҡшы баһаға лайыҡ булмаған йән эйәһе тип хис итә. Ниндәйҙер эште һәйбәт үтәгән хәлдә лә, уның һөҙөмтәһендә икеләнә, башҡаларға минән булмай тип зарлана, үҙенең һәләтендә шикләнә.
Бындай кешеләр менән нисек аралашырға?
Сәбәптәрен ҡарап үткәндән һуң, “Бындай кешеләр менән нисек аралашырға, улар менән нисек бәйләнеш ҡорорға?” тигән һорау тыуа. Психологтар был юҫыҡта түбәндәгеләрҙе билдәләй.
Мәңге зарланған мыжыҡ кешене тәрбиәләргә, үҙгәртергә йә иһә барыһы ла яҡшы булыр, тип ышандырырға тырышмағыҙ. Әгәр ул донъяның кире яҡтарын ғына күрергә теләй икән, был – уның хоҡуғы. Уны тыныслыҡта ҡалдырығыҙ. Был, улар менән аралашыуҙы бөтөнләй туҡтатырға, бәйләнеште өҙөргә кәрәк, тигәнде аңлатмай, шулай ҙа бындай мөнәсәбәттәр тормошоғоҙға кире йоғонто яһап, көс-хәлегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы ала икән, аралашыуҙы бер ни тиклем сикләргә, үҙегеҙҙең күңел һаулығын һәм торошон беренсе урынға ҡуйырға кәрәк.
Әгәр эргәгеҙҙә зарланырға яратыусылар күп, уларҙың баҫымы ҙур икән (мәҫәлән, барлыҡ коллектив үҙен шулай тота), үҙегеҙҙә яҡшы фекер йөрөтөү ғәҙәтен тәрбиәләргә өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, һәр кис һайын уҙған көндөң өс-дүрт ҡыуаныслы мәлен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ваҡыт уҙыу менән был фекерләү стилен үҙгәртер: һеҙ “автоматик рәүештә” насар нәмәләргә түгел, ә яҡшыға иғтибар итәсәкһегеҙ.
Тормошонан риза булмаған, мәңге зарлыларҙың әйткәнен, һөйләгәнен айыҡ аҡыл иләгенән үткәрә белергә кәрәк, барыһын да йөрәккә яҡын алып, улар кеүек мыжыҡтар рәтен тулыландырып, ҡәнәғәтһеҙлек һаҙлығына батып ҡуймағыҙ.
Йомғаҡлау
Зарланырға яратҡан кешеләр элек-электән булған һәм буласаҡ та, был хәлгә беҙ тулыһынса йоғонто яһап, унан ҡотола алмайбыҙ. Ә бына улар менән нисек мөнәсәбәт ҡороу һәм уларҙың рәтенә инеп китмәү – быныһы беҙҙең иректә, был – үҙебеҙ һайлаған юл.
“Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Тормошобоҙға зарланмау, уны биҙәү, яҡшыртыу – барыһы ла беҙҙең аҡыллы һәм оҫта ҡулдарҙа!
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог.
Фото: Виктория ДЕМЕШОВА (“Альшеевские вести” гәзите).