Йәмғиәт
1 Июня , 19:05

"Башҡорт хужабикә"һе атаһы менән осраша...

Блогер был хаҡта үҙенең социаль сәхифәһендә бер нисә тапҡыр әйткәне бар. Был юлы көтөлмәгән хәл уны аптырашта ҡалдыра.

"Башҡорт хужабикә"һе атаһы менән осраша..."Башҡорт хужабикә"һе атаһы менән осраша...
"Башҡорт хужабикә"һе атаһы менән осраша...

Билдәле блогер Миләүшә Шәйхелисламова атаһы менән аралашмауын йәшермәй. Үҙе башлап бер нисә тапҡыр мөнәсәбәттәрҙе көйләргә тырыша, әммә уның аралашырға теләге юҡ икән. Блогер әйтеүенсә, ул да атаһына ҡарата битараф.

Башҡорт хужабикәһе Әбйәлил районына "Шәжәрә" байрамына бара, әммә иң яҡын кешеһе уны күрмәмешкә һалыша: атаһы үҙенең туғандарын улы һәм икенсе ҡыҙы менән таныштыра, ә Миләүшә тураһында ләм-мим өндәшмәй.

"Минең турала бөтөнләй телгә алманылар, әйтерһең дә, мин уның өсөн бөтөнләй юҡмын. Ярай беҙ бер-беребеҙҙе яратмайбыҙ, ләкин был мине таныштырырға кәрәкмәй тигәнде аңлатмай", - ти блогер.

Алдан хәбәр итеүенсә, уның атаһы белемле кеше була, 90-сы йылдарҙа бизнесҡа китә. Әле уның үҙ ғаиләһе, Миләүшәнән 18 йәшкә кесе ҡыҙы бар. Башҡорт хужабикәһе һеңлеһе менән дә аралашмай.

Үҙ балаһынан ваз кискән атай ыңғай уйҙар тыуҙырмай... Һәр хәлдә, Миләүшә кеүек ҡыҙы булғанда, бар донъяға яңғыратып, "Минең ҡыҙым ул!" тип ғорурланыр ине.

Башҡорт хужабикәһе был минуттарҙы күҙ йәштәре аша иҫкә ала һәм үҙенең күңел әрнеүҙәрен белдермәй ҡалыу мөмкин түгел, ти.

Ә һеҙ был хәлгә ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ? Комментарийҙарҙа яҙһағыҙ ине.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас