Йәмғиәт
1 Июня , 19:00

Киске сәғәт 9-ҙан һуң кешегә шылтыратмағыҙ!

Һөйләшеү барышында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бәйләнеш өҙөлһә...

Киске сәғәт 9-ҙан һуң кешегә шылтыратмағыҙ!Киске сәғәт 9-ҙан һуң кешегә шылтыратмағыҙ!
Киске сәғәт 9-ҙан һуң кешегә шылтыратмағыҙ!

Телефон хәҙер олоһоноң да, кесеһенең дә ҡулынан төшмәй. Ләкин уның менән һөйләшкәндә лә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе белеү мөһим.

Иртәнге 9-ға тиклем һәм 21 сәғәттән һуң шылтыратыу килешмәй. Артыҡ таныш булмаған кешеләргә ял көндәрендә лә алдан һөйләшмәйенсә шылтыратырға тырышмағыҙ.

Тәүҙә һаулыҡ һорашып, үҙегеҙҙең исемегеҙҙе әйтегеҙ. “Алло” тигән һүҙҙәр урынына “Хәйерле көн” тип сәләмләү матурыраҡ. Һөйләшеү барышында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бәйләнеш өҙөлһә, үҙегеҙҙе был осраҡта дөрөҫ тотоғоҙ. Буталсыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, ғәҙәттә тәү башлап шылтыратыусы ҡабат телефон һандарын йыйырға тейеш.

 

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас