Йәмғиәт
3 Июня , 16:45

Ҡатын яңы тыуған ҡыҙын күреп тә өлгөрмәгән...

Йәш ҡатын өсөнсөгә бәпәй табырға йыйына - был юлы күптән көткән ҡыҙҙарын. Атай ҙа ҡыуана...

Ҡатын яңы тыуған ҡыҙын күреп тә өлгөрмәгән...Ҡатын яңы тыуған ҡыҙын күреп тә өлгөрмәгән...
Ҡатын яңы тыуған ҡыҙын күреп тә өлгөрмәгән...

Өфөләге перинаталь үҙәктә йәш ҡатын вафат булған.

39 йәшлек ҡатын өсөнсөгә бала табырға йыйына. Был юлы ғаилә күптән көткән ҡыҙ тыуырға тейеш була. Табиптар кесарь киҫеше яһай. Әммә анестезияға реакция булып, А. комаға китә. 

Табиптар ашығыс операция эшләй, сабый донъяға килә. Ул һап-һау, ә бына әсә кеше ике көндән аңына килмәйенсә вафат була. 

Экспертиза күрһәтеүенсә, үлем сәбәбе - препаратҡа анафилактик шок. Хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Атай - Р. - өс бала менән яңғыҙ ҡалған.

 

Фото: BAZA.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас