Йәмғиәт
5 Июня , 16:15

Дауаханала ҡалдырған улым мине эҙләп тапты...

Был хаҡта әлегә ирем дә, ҡыҙҙарым да белмәй. Әйтергәме, юҡмы, тип баш ватам...

Дауаханала ҡалдырған улым мине эҙләп тапты...Дауаханала ҡалдырған улым мине эҙләп тапты...
Дауаханала ҡалдырған улым мине эҙләп тапты...

Ниндәй генә хәлдәр булмай был донъяла!? Бына шундай ғибрәтле лә, ҡыҙғаныс та ваҡиға тураһында һөйләгән хаттарҙың береһе. 

"Бик күп йылдар элек булды был хәл. 90-сы йылдар башында, студент сағымда, бер егеттән ауырға ҡалдым. Өфө егете ине ул. Ятаҡта урын булмағас, әсәйем ауылдаш апай менән һөйләшеп, шуның фатирына урынлаштырҙы. Күрше фатирҙа минән өс-дүрт йәшкә олораҡ егет – Максим йәшәй ине. Атаһы татар, әсәһе рус милләтенән. Бына ошо Максим менән беҙҙең арала мөхәббәт уты тоҡанды.

Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр бит, тиҙҙән был хәл уның ата-әсәһенә лә, минең ауылдаш апайға ла билдәле булды. Максимдың әсәһе, мин йәшәгән фатирға килеп инеп, илатҡансы әрләне, хәйерсе ауыл балаһының улына тиң булмауын әйтте.

Максим менән аңлашырға теләү ҙә килеп сыҡманы, “Беҙгә әлегә ташлашып торорға кәрәк”, тине ул да. Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша ине, имтихандарымды алдан бирҙем дә ауылыма ҡайтып киттем. Бына шунда инде ауырлы булыуымды белдем. Был хәлде бер нисек тә атай-әсәйемә лә, туғандарыма ла әйтә алманым. Йәйҙе саҡ үткәреп, Өфөгә юлландым. Бәхетемә күрә, был уҡыу йылына ятаҡтан урын бирҙеләр.

Иң беренсе Максимды эҙләп таптым. Хәлде аңлатҡас, “Этого ещё не хватало!” – тип кенә ҡуйҙы, һөйләшкеһе лә килмәне. Шулай ҙа икенсе көнө “абортҡа бар” тип, бер аҙ аҡса алып килеп китте. Дауаханала срогың ҙур, абортҡа һуң инде, тинеләр. Ҡышҡы каникул алдынан улым тыуҙы. Мин уны дауаханала ҡалдырыу тураһында алдан уҡ ҡарар иткән инем инде. Был хәлде бер кемгә лә белдермәҫкә тырыштым, бәхеткә күрә, эсем ҙур булманы. Бүлмәләш ҡыҙ ғына белде, бер кемгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бирҙе, хәленсә ярҙам итте.

Бына шулай, баланан ҡотолоп, уҡыуымды артабан дауам итеп, педучилищены яҡшы ғына тамамлап, дипломлы уҡытыусы булып, үҙебеҙҙең яҡтағы бер ҡалаға эшкә ҡайттым.

Кейәүгә сыҡтым. Ирем яҡшы, матур холоҡло, оҫта ҡуллы кеше. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, уларға белем бирҙек. Әлеге көндә икеһенең дә ғаиләләре бар.

Бер көнө эштән сығыуыма миңә бер ир кеше өндәште. “Һеҙ шул-шулмы?” – тип исем-шәрифем менән әйткәс, туҡтаным. “Һөйләшәһе һүҙем бар ине”, - тип, эргәләге эскәмйәгә ултырырға тәҡдим итте.

Бына ошо ир-егет бынан 34 йыл элек ташлап киткән улым булып сыҡты! Саҡ иҫтән яҙманым!

17-18 йәштәрҙә үк үҙенең тәрбиәгә алынған бала булыуын белгән икән. “Шкафтағы бер ҡумтанан уллыҡҡа алыу тураһында документтар табып алдым”, - ти. Ысын әсәһен табырға теләүен әйткәс, үҫтергән әсәһе риза булмаған. “Әсәйем ныҡ иланы. Атайым да “Нимәгә ул һиңә? Беҙ бит һине үҙ улыбыҙ тип һанайбыҙ, шул тиклем яратып үҫтерҙек” тигәс, уларҙы рәнйетергә ҡыйманым. Бынан ике йыл элек улар фажиғәле вафат булып ҡалды. Теге документтар буйынса мөрәжәғәт итеп, һеҙҙе асыҡланым”, - тип һөйләне.

Әлбиттә, ошолай тыныс ҡына кеүек итеп яҙып ултырһам да, ул саҡтағы кисерештәремде һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Аяҡ аҫтымда ер убылып барғандай булды. Юҡ, мин уны ошоғаса бер ваҡытта ла онотманым, һәр ваҡыт иҫләнем, был гонаһым өсөн күпме үкенергә, күҙ йәштәре түгергә тура килгәнен, Хоҙайҙан кисереү һорап ялбарғанымды үҙем генә беләм.

“Миңә һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Теләгегеҙ булһа, һеҙҙең менән, туғандарым менән аралашҡым ғына килә”, - тине. Ысынлап та, бик етеш, матур ғаиләлә үҫкән. Үҫтергән ата-әсәһе матур тәрбиә һәм белем биргән. Ғаиләһе, балалары, өйө, эше, машинаһы – барыһы ла бар.

Хәҙер бына ике ут араһында ҡалдым. Уның менән осрашырға, аралашырға теләгем көслө. Тик был хаҡта, 18 йәшлек хыялый саҡта яһаған хатам тураһында иремә, балаларыма нисек әйтергә??? Улар нимә тиер? Мин бит уҡытыусы. Ғүмер буйы кеше балаларына белем, тәрбиә бирҙем, аҡыл өйрәттем. Ә үҙем... Уйлаһам, уйҙарымдан уйылып китерҙәй булам. Һеҙ нимә тиерһегеҙ, төркөмдәштәр?

Һеҙҙән кәңәш көтөп – Айгөл”.

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас