Йәмғиәт
5 Июня , 18:00

Гәзит – уның айырылғыһыҙ юлдашы

“Башҡортостан” гәзите заман йылъяҙмаһын тулыландырып ҡына ҡалмай, республикабыҙ иҡтисадын, социаль өлкәһен, мәғарифын, мәҙәниәтен һәм башҡа тармаҡтарҙы үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә. Редакция хәбәрселәре һөнәри хеҙмәте менән төрлө мәғлүмәттәргә бай донъяла ижтимағи фекерҙе барлыҡҡа килтереүгә, йәмғиәтте туплауға ҙур өлөш индерә. Бер быуаттан ашыу бай тарихы булған “Башҡортостан” гәзите – республикабыҙға исем биргән, уның тауышы булған баҫма ул. Унда оҙаҡ йылдар эшләгән журналистарҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, гәзиттең социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире Айһылыу Әхмәт ҡыҙы НИЗАМОВА менән матур ғүмер юбилейы алдынан әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гәзит – уның айырылғыһыҙ юлдашыГәзит – уның айырылғыһыҙ юлдашы
Гәзит – уның айырылғыһыҙ юлдашы

 – Айһылыу,  һин – “Башҡортостан” гәзитенең иң тәжрибәле журналистарының береһе. Ошо баҫмала эшләүеңә быйыл 28 йыл тулды. Серҙе ас әле: ни өсөн был һөнәрҙе һайларға булдың?

 –  Әле генә ошо редакцияға беренсе тапҡыр килгән кеүек инем, ғәмәлдә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер уҙып та киткән. Хәҙер тормошомдо “Башҡортостан”һыҙ  күҙ алдына ла килтерә алмайым. Иҫ белә-белгәндән алып был гәзит ғаиләбеҙҙә айырым урын биләп торҙо. Атайым менән әсәйемдең республикабыҙҙың төп баҫмаһына яҙылмай ҡалғанын хәтерләмәйем. Шулай итеп, хәреф танығандан алып гәзитте ҡулымдан төшөргәнем юҡ, тиһәм, хата булмаҫ. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙә ҡосаҡ-ҡосаҡ матбуғат баҫмаларын алдырыу матур ғәҙәткә әйләнгән. Уларҙың һәр һанын ҡалдырмай, даими уҡып барырға тырыштым. Бәләкәйҙән һүҙ көсөнә ылығыуыма, яҙмышымды журналистика менән бәйләүемә лә ошо баҫмаларҙың һәм, әлбиттә, “Башҡортостан” гәзитенең әһәмиәте ҙур булғандыр, тип уйлайым. VI  класта уҡығанда: “Ошо гәзит редакцияһында эшләһәң ине”, – тип теләгән инем. Әммә ул саҡта республикабыҙҙың ошондай мәртәбәле баҫмаһында эшләү буй етмәҫлек хыял булып тойолдо.

Тыуған ауылымда Әбйәлил районының Амангилде урта мәктәбендә белем алғанда беренсе уҡытыусым Сания Яхъя ҡыҙы Мортазина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Шәһит ҡыҙы Дәүләтшина һәм башҡа тырыш, уңған уҡытыусыларыбыҙ туған телгә һөйөү, матбуғат баҫмаһында эшләү теләген уятты. Өҫтәүенә III класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә минең хаҡта фотомды ҡуйып мәҡәлә баҫтырҙылар. Кескәй бала йөрәгендә был хәл, әлбиттә, матур эҙ ҡалдырҙы.

Артабан баш ҡалалағы  Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында беҙгә уҡытыусыбыҙ Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина кеүек рухлы, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар белем бирҙе һәм башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтте, һүҙ көсөнә ышандырҙы. Улар балаларҙың һәләттәрен аса белде, матбуғатҡа юл күрһәтте. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инеүемдә уҡытыусыларымдың йоғонтоһо ҙур булды.

 – Яңы шөғөлдө башлап ебәреүе анһат түгел. Тәүге көндәр һәм айҙар нисек уҙҙы, коллектив һәм бүлмәләштәрең нисек ҡабул итте, ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килдеме?

 –  1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ҡулыма ҡыҙыл диплом алғас, “Башҡортостан” гәзите редакцияһына эшкә килдем. Был – тәүге хеҙмәт урыным. Ул саҡта журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Афзал улы Хисамов баш мөхәррир ине. Коллектив мине йылы ҡаршыланы. Гәзит редакцияһында эшләй башлау осоронда күп нимәгә өйрәндем, сөнки уҡыу ғына бөтәһен дә биреп бөтөрә алмай.

Тәүге эш көндәрем әле лә хәтеремдә, сөнки олпат, бай тәжрибәле, тырыш, уңған һәм маҡсатлы хеҙмәттәштәрем кеүек мәҡәләләр яҙыу, командировкаларға барыу, ғөмүмән, тәжрибә туплау теләге көслө ине.  Шулай итеп, бер көн ваҡыттың нисек тиҙ үткәнен абайламай ҡалғанмын һәм киске 23 сәғәт булып киткән. Был мәлдә Матбуғат йортоноң “Башҡортостан” гәзите урынлашҡан бишенсе ҡаты бикләнгәйне. Өйгә ҡайтыу өсөн ҡала телефонынан шылтыратып, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен саҡырыуым һәм ишекте астырыуым бөгөнгөләй хәтеремдә. Ҡотҡарыусылар килгәс, беренсе ҡатта ултырған һаҡсылар үҙҙәренә шылтыратырға кәрәклеген тыныс ҡына аңлатты, инструктаж үткәрҙе (көлә. – Р.К.)

Редакцияла тәүге көндәрҙән үк, мәҡәлә-репортаждар яҙыу менән бер рәттән, матбуғатҡа яҙҙырыу, ул заманда яңы ныҡлап күренә башлаған реклама эшләү менән шөғөлләнергә ынтылдым. Беренсе тапҡыр командировкаға сыҡҡан Ғафури, Дәүләкән райондары менән әле лә бәйләнеште өҙмәҫкә тырышам.

 – Ауыл кешеһе өсөн Өфө кеүек мегаполиста иң ҙур проблема – торлаҡ мәсьәләһе. Һин уны, кисәге студент булараҡ, нисек хәл иттең?

– Был мәсьәлә, ниндәй генә заман булмаһын, көнүҙәк була ҡала, сөнки Өфө һәммәһен дә уңайлы шарттар булдырып, ҡолас йәйеп көтөп тормай. Өҫтәүенә диплом алып эшкә урынлашҡан йылда прописка мотлаҡ талаптарҙың береһе ине. Ул саҡта был минең өсөн буй етмәҫлек хыял булып тойолдо. Әммә яҡындарым – атайым менән әсәйем, апайҙарым, ағайҙарым һәм туғандарым һәр саҡ ныҡлы таяныс-терәгем булды. Был юлы ла улар менән бергәләп кәңәшләшкәндән һуң, Өфөләге урамдарҙың  береһендәге 6-сы йортҡа пропискаға ҡуйҙылар. Ғөмүмән, алты һаны мине ғүмерем буйы “оҙатып йөрөй” (көлә. – Р.К.). Хатта тыуған көнөмдә лә, йылымда ла ул бар. Ә үҙҙәренең баш ҡалалағы торлағында теркәгән һәм йәшәткән өсөн әсәйемдең бер туған һеңлеһе Мөслимә апайыма һәм Барый еҙнәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Өфөлә белем алғанда ла, эшләгәндә лә – һәр мәлдә ныҡлы терәгем һәм кәңәшсем булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар күптән яҡты донъяла юҡ инде. Артабан, күп кенә тиҫтерҙәрем кеүек, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә тура килде.

 – Командировкаларға йыш йөрөйһөң, шул мәлдәрҙә иң хәтерҙә уйылып ҡалған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек әле...

 –   Һәммәбеҙҙең дә хеҙмәттәшлек итер өсөн бүленгән райондары һәм ҡалалары бар. Минең дә барлыҡ күңелемде һалып эшләгән төбәктәремдең  береһе – Ғафури районы. Эш башлаған йылдан алып унда йыш ҡына барам, геройҙар табам, мәҡәләләр яҙам. Унда:  “Беҙҙең райондың ҡайһы ауылынан әле һин?”  – тип һорағандары бар (көлә. – Р.К.) Ошо – минең өсөн үҙе ҙур баһа, ышаныс. “Юҡ, мин – Әбйәлилдән”, тип яуап бирәм.

Әйткәндәй, 2005 йылдың көҙөндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған Еҙем-Ҡаран ауылында ғафуриҙар менән бергә мин ултыртҡан ҡарағай ҙа үҫә.

Дөйөм алғанда, һәр көн эшебеҙ буйынса төрлө кешеләр – бихисап һөнәр эйәләре – менән аралашырға тура килә. Уларҙың һәр береһе төрлө яҙмышлы, төрлө проблемалар борсой. Тормош күргән, бай тәжрибәле, күңеле матур кеше менән аралашыу – үҙе бер ғүмер. Ошо йәһәттән дә һөнәребеҙ мауыҡтырғыс.

 – Айһылыу, бала сағың, атай-әсәйең һәм иң яҡындарың тураһындағы иҫтәлектәр менән уртаҡлашһаң ине...

– Әле әйтеүемсә, мин зәңгәр күлдәргә бай, матур, сихри тәбиғәтле Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкәнмен. Тамъян ырыуы ҡыҙымын. Нәфисә менән Әхмәт Низамовтарҙың күп балалы, татыу һәм берҙәм ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиз әсәйем менән атайым, иң өлкән Йәмилә апайым, уның ире Урал еҙнәйем күптән яҡты донъяла юҡ инде. Улар тураһындағы яҡты, йылы иҫтәлек күңелемдә һаҡлана.

Бөгөн тыуған ауылыбыҙҙа, быуындар сылбырын дауам итеп, уңған, тырыш, туған йәнле Әхәт һәм Милләт ағайҙарым ишле ғаиләләре менән донъя көтә. Тағы Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа – Наилә апайым, Өфөлә Рәшиҙә апайым ғаиләләре менән йәшәй. Уларҙың һәр береһе – ныҡлы терәк-таянысым, әле һаман уларҙың иғтибар-хәстәрен тойоп йәшәйем. Яҡындарымдың ауыр ҙа, бәхетле лә  мәлдәремдә һәр саҡ терәк булғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Апайҙарым менән ағайҙарымдың ҡыҙҙары, улдары ла, ата-әсәһе кеүек, тырыш, уңған, маҡсатлы һәм үҙ һөнәре оҫтаһы.

Шулай итеп, беҙ ғаиләлә алты бала – ике ул һәм дүрт ҡыҙ – буй еткерҙек. Тыныс холоҡло, изге күңелле, уңған әсәйем менән егәрле, хәстәрлекле, йүнсел атайым һәр саҡ беҙҙе берҙәм, татыу, ярҙамсыл, маҡсатлы һәм тырыш булырға өндәне. Тағы ғәзиз кешеләребеҙ ошо алтауыбыҙҙың һәр икәүһенең арауыҡ йәһәтенән дә яҡыныраҡ урында йәшәүебеҙҙе һораны. Мәҫәлән, ҡасандыр мин, торлаҡ булмау сәбәпле,  Өфөнән икенсе урынға күсергә теләгәндә баш ҡалала йәшәгән Рәшиҙә апайым менән бер урындараҡ булыуыбыҙҙы теләнеләр. Әле беҙ барыбыҙ ҙа, дуҫ, татыу һәм берҙәм.

 – Үҙең ҡорған ғаиләң тураһында ла белгебеҙ килә. Иптәшең Динар менән Өфө районының Шамонин ауылында йорт һалып сыҡтығыҙ. Унда ниндәй эштәр башҡараһығыҙ, ауылда үҫкән кешеләргә шәхси хужалыҡты алып барыу ҡыйын түгелдер?

 – Эйе,  ғаиләбеҙ менән Шамонин ауылында йәшәйбеҙ. Ирем Динар – сығышы менән Ҡариҙелдән. Ул - белеме буйынса юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән кеше. Әйткәндәй, мин дә икенсе белемем буйынса – юрист, шуға күрә бер-беребеҙҙең эшен яҡшы аңлайбыҙ. Өҫтәүенә икебеҙ ҙә ауылда тыуып үҫкәнгәлер, шәхси йортта йәшәүҙе күпкә уңайлыраҡ һәм ҡулайлыраҡ күрәбеҙ. Баҡса, өй эштәрендә иһә балаларыбыҙ ҙа ярҙам итә.

Ҡыҙыбыҙ Камилла, улыбыҙ Тимур – Шамонин урта мәктәбе уҡыусылары. Улар уҡыуҙағы уңыштары менән һөйөндөрә, яратҡан шөғөлдәре, тормошҡа ашырырға теләгән уй-маҡсаттары бар. Бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, үҙ-ара дуҫ-татыу булыу, балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеп үҫтереү – ғаиләбеҙҙә тәүге урында.

Ғөмүмән, ғаиләм – терәк-таянысым, тормошомдоң мәғәнәһе.  Балаларыма ҡарайым да ҡыуанам, уларҙың тормоштан уңып, лайыҡлы йәшәүен, ысын кеше, бәхетле һәм имен-һау булыуын теләйем.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Айһылыу! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

 

Фото: Айһылыу Низамованың шәхси архивынан.

 

 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас