

"Башҡорт хужабикәһе" һуңғы ваҡытта йәшәрә тиһәк тә була. Ул ҡыҙҙар кеүек ябыҡты, матурланды. Был юлы Миләүшәнең маҡсаты — эстетик пластика. Ул күкрәген матурлатырға ниәтләүен белдерҙе. Операцияның яҡынса датаһы — сентябрь.
Элек ул аудиторияға тиҙ ябығыу һөҙөмтәләре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгәйне. Ашҡаҙанына операция яһатҡандан һуң ауырлығын ҡырҡа юғалтыу арҡаһында, уның артыҡ тиреһе һәленеп төштө. Блогер был күренештең үҙенә физик һәм әхлаҡи уңайһыҙлыҡ китереүен дә хәбәр итте.
Буласаҡ операция бары тик күкрәккә генә ҡағылһа ла, Миләүшәнең яҙылыусылары комментарийҙарҙа бының тотош организмға тәьҫир итәсәген яҙа. Әйткәндәй, улар ике лагерға бүленгән: берәүҙәре блогерҙы хуплаһа, икенселәре операцияның кире яҡтары хаҡында иҫкәртә.
"Башҡорт хужабикәһе" үҙе иһә оптимистик кәйефен һаҡлай һәм яҙылыусыларын сентябрь операцияһына әҙерлек тураһында хәбәр итеп торорға вәғәҙә бирә.
Миләүшә Шәйхесламованан яңылыҡтар көтөп ҡалабыҙ.
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар".