Йәмғиәт
7 Июня , 15:00

Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғы

"Бик яраттыҡ, яратабыҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Урының ожмах түрҙәрендә булһын”, – тип яҙҙы ул.

Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғыАйҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғы
Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғы

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҙур ҡайғы, уның атаһы вафат булған. Ул был турала үҙенең социаль селтәрендә яҙған.

“Хуш, атай... Һин көслө һәм мәрхәмәтле булдың... Үҙең дә күрмәгән атай тәрбиәһен беҙгә еткерергә тырыштың. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә..

Бик яраттыҡ, яратабыҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Урының ожмах түрҙәрендә булһын”, – тип яҙҙы ул.

Беҙ артистың һәм уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. 

Фото: артистың социаль селтәренән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас