Йәмғиәт
6 Июнь , 19:05

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

"Өфөләге форумдан һуң ҡайҙа юл тотҡанымды аңланығыҙмы? Әлбиттә, нәнәйемә. Минең капиталым", — тип яҙа Үтәшева.

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡанЛәйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан
Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Рәсәй гимнасткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева Башҡортостандың Әлшәй районында йәшәгән Зөбәржәт өләсәһендә ҡунаҡта. Өфөлә уҙған бизнес-фестивалдә сығыш яһағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан.

"Өфөләге форумдан һуң ҡайҙа юл тотҡанымды аңланығыҙмы? Әлбиттә, нәнәйемә. Минең капиталым", — тип яҙа Үтәшева.

Яҡташыбыҙ мул һыйлы өҫтәлгә айырым видео бағышлаған.

— Ниндәй ризыҡтар яратҡанымды һеҙгә лә күрһәтәйем әле. Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм Раевка ҡымыҙы. Был реклама түгел, әммә бына шул тәмле.

Ләйсән Үтәшева Раевкала йәшәгән олатаһы-өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайтыуы хаҡында әйткәне бар (олатаһы былтыр донъя ҡуйған). Яҡташыбыҙ уларҙың йортон көс алыу урыны тип атай.

Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас