Йәмғиәт
6 Июнь , 19:10

Яңы өйгә күскәнде бесәй ҡайҙан тойған?

Төн булыуға ҡарамаҫтан, арттан ҡалмай йүгерҙе ул.

Яңы өйгә күскәнде бесәй ҡайҙан тойған?Яңы өйгә күскәнде бесәй ҡайҙан тойған?
Яңы өйгә күскәнде бесәй ҡайҙан тойған?

Байтаҡ йылдар элек булды был ваҡиға. Зөлфиәгә 10 йәштәр самаһы булғандыр. Уларҙың ғаиләһе ул ваҡытта ике хужаға тәғәйенләнгән фатирҙа йәшәй ине. Бер йорт икегә бүленгән һәм ике яҡтан инеү ишеге асылған.  Күршелә  Рауза апайҙар ғаиләһе йәшәне. Тиҙҙән Зөлфиәнең ата-әсәһе айырым йорт төҙөнө. Иркен, матур  өйҙә йәшәүҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар.

Күсенеү өсөн йома көндө һайланылар. Иртә менән атайҙары йыһаздарҙы, кәрәк-яраҡтарҙы алып барып ҡуйҙы. Кисен әсәйҙәре эштән ҡайтҡас, күмәкләшеп яңы өйгә табан юлландылар. Яңы өйҙәре бик яҡын урынлашмаған, байтаҡ ҡына атларға кәрәк. Атаһы менән әсәһе ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе ҡулдарына тотоп алған, ә Зөлфиә үҙенән бәләкәй ике ҡустыһын етәкләп шатлана-шатлана атлайҙар.

Шул ваҡыт юлдан ситтә йәм-йәшел сиҙәмдән уларҙың артынан ипләп кенә эйәреп килгән  ап-аҡ бесәйгә иғтибар иттеләр. Зөлфиә шунда уҡ таныны. Был күршеләренең бесәйҙәре Мурка! Ләкин ул ике фатирҙа ла хужа булып йөрөнө. Ике йортта ла уны яраттылар, һыйланылар.

Ә бына бөгөн Зөлфиәләрҙең яңы өйгә күсенгәнен, башҡаса элекке йорттарына ҡайтмаясаҡтарын бесәй ҡайҙан һиҙгән һуң? Быға шул тиклем ныҡ ғәжәп иттеләр.

Бесәй тороп ҡалманы, яңы йортҡа тиклем эйәреп килде һәм бөтөнләйгә тороп ҡалды. Ҡартайғансы оҙаҡ итеп йәшәне аҡ ҡына Муркалары.

Байтаҡ йылдар үтеп килһә лә, ҡараңғыла сиҙәм буйлап йүгерә-йүгерә эйәреп килгән аҡ ҡына бесәй күҙ алдынан китмәй Зөлфиәнең.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас