

Аҡ сәскәнең (ромашка) ябай ғына булһа ла , үҙенең йәме бар. Ябайлыҡ һәм тәбиғилек символы ул. Аҡ сәскә – мөхәббәтте, ғаиләне, тоғролоҡто аңлата. Аҡ төҫ таҙалыҡ символы, ә урталағы һары түңәрәге йылылыҡты сағылдыра.
Ябай ғына ошо сәскә берәүҙәргә оҡшай, икенселәр уны сәскәгә лә һанамай. Уны бүләк итһәләр, хатта үпкәләүҙәре бар.
Был - универсаль сәскә. Уны һөйгән ҡыҙыңа ла, әсәйеңә лә, һеңлеңә лә, уҡытыусыға ла бүләк итергә мөмкин.
Ниндәй холоҡло гүзәл заттар был сәскә гөлләмәһен айырыуса ярата икән? Йомшаҡлыҡ, хис-тойғолар, һиҙгерлек хас уларға. Улар бер аҙ романтиктар, хыялланырға яраталар. Һиҙгерлек тойғоларының көслө булыуы арҡаһында үҙҙәренә аралашҡан кешеләрҙе һайлай белә. Ғаилә тормошонда улар аңлашып йәшәүгә ынтыла, тоғролар, тигән фараздар йәшәй.
Бына шулай, ромашка артыҡ ябай сәскә тип яманларға ашыҡмағыҙ. Күрә, тоя белгәндәргә уның үҙенең йәме. Иң мөһиме ысын күңелдән бүләк ителһен, ихлас һөйөнөп ҡабул ителһен.
Автор фотоһы.