

Йыш ҡына тормошҡа зарланырға яратабыҙ, донъя ҡыуабыҙ, теге йәки был мәшәҡәттәргә күмелеп, ваҡ һөйөнөстәрен дә күрмәйбеҙ. Ә бит һау-сәләмәт булыу, яратҡан эшең, яҡындарың булыуы үҙе бәхет икәнлеген аңлап бөтмәйбеҙ.
Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылынан Шамил Ҡәҙим улы Хәсәнов көслө рухлы булыуы менән күптәребеҙгә өлгө. Еңел булмай уның тормош юлы, ләкин улар алдында юғалып ҡалмауы менән һоҡландыра.
Һәммәбеҙ кеүек йәштән киләсәккә ҙур маҡсаттар бағлай ул. Армиянан һуң бер аҙ Хабаровск крайында эшләй, Балыҡ тотоу флотында хеҙмәт итә. Һуңынан ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм тимер юлына эшкә урынлаша. Бер йыл эшләгәс, ҡаты йәрәхәтләнә, рельстар уның ике аяғын тубыҡтан аҫта өҙә. Ул ваҡытта Шамил Ҡәҙим улына 28 йәш була. Йәшәүгә көс шул тиклем ҙур була, ул тимер юлынан асфальтҡа тиклем 300 метр араны шыуышып бара. Шунда уны дауаханаға оҙаталар. Еңел булмай яңынан тормошҡа ҡайтыуы, ләкин төшөнкөлөккә бирелмәй. Советтар Союзы геройы, летчик Маресьевтың яҙмышы миҫалы уға йәшәүгә көс бирә.
Һигеҙ ай дауаханала ятҡандан һуң, ҡабаттан атларға өйрәнә әңгәмәсем.
-Һигеҙ ай ятҡандан һуң, миңә протез кейҙерҙеләр. Протездарҙа аяҡҡа баҫып, тәүге тапҡыр кеше ярҙамынан башҡа бәҙрәф бүлмәһенә барып килдем. Кеше көнлө булып ятмағаныма, аяҡтарымда йөрөй алғаныма һөйөнөп күҙҙәремә шул ваҡыт йәштәр килеп тығылды. Шатлыҡ йәштәре ине улар, – тип бөгөн дә ул көндө тулҡынланып хәтерләй 60 йәшлек әңгәмәсем.
“Тормош һынауын да, сабырлығын да бирә”, ти ул. Яҙмыштың ҡаты һынауҙары уны һындырмай. Икенсе төркөм инвалидлығы алһа ла, һау-сәләмәт кешеләргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй замандашыбыҙ.
Тәүҙә аяҡ кейемдәрен ремонтлау буйынса һөнәрҙе үҙләштерә, ошо йүнәлештә эшләй, һуңынан аяҡ кейемдәрен һатыу менән шөғөлләнә.
Үҙен йәлләмәй, алға бара. Машина йөрөтөргә, рулгә ултырырға ла үҙендә көс таба. Хатта Өфөгә барып ҡайтыуы ла уға ауырлыҡ тыуҙырмай.
2000 йылдарҙа уға тыуған ауылы Яңы Морапталға ҡайтырға тура килә. Унда магазин асып, шәхси эшҡыуар булып китә. Үҙе машина менән тауарҙар ташый, халыҡты кәрәкле әйбер менән тәьмин итә. Үкенескә күрә, һатыу эштәре насарланғас, дүрт-биш йылдан магазинын ябырға тура килә.
Райондың инвалидтар ойошмаһы уҙғарған спорт сараларында әүҙем ҡатнашып йөрөй. 2020 йылда уны Көйөргәҙе районының инвалидтар ойошмаһы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Бөгөнгө көнгә тиклем был эште ул уңышлы алып бара.
Районда әле 1700 һаулыҡ мөмкинлеге сикле булғандар иҫәпләнһә, шуларҙың 200-ө инвалидтар ойошмаһына йөрөй.
Улар менән төрлө саралар уҙғарыла. Йыл һайын һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн даими рәүештә спорт ярыштары үтә, бигерәк тә шашка, шахмат, дартсты үҙ итәләр. Шулай уҡ республика кимәлендәге ярыштарҙа ла һынатмайҙар.
2024 йылда Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы буйында һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр араһында республика кимәлендә туризм буйынса фестиваль уҙғарыла.
Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 24 команда ҡатнаша, барлығы был сараға 200-ҙән ашыу кеше йәлеп ителә. Өс көн дауамында ярышта ҡатнашыусылар палаткаларҙа йәшәй, катамарандарҙа ярышыу, урындағы ориентир, ҡаршылыҡтарҙы үтеү кеүек ярыштарҙа үҙҙәренең көсөн һынай. Тәбиғәттә ял итеп, ярыштарҙа көс туплап, концерт ҡарап күңелдәре булып таралыша сараға килеүселәр.
Һаулыҡ мөмкинлеге сикле булғандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ла райондың мәшғүллек үҙәге менән берлектә йәнле эш алып бара ойошма.
Тормош аяуһыҙ, алда кемде нимә көткәнен әйтеп булмай. Шундай осраҡта ныҡ булырға саҡыра әңгәмәсем.
–Сабыр булырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, үҙеңде йәлләмәҫкә, кешенән йәлләтмәҫкә кәрәк, – ти ул.
Көслөләр өлөшөнә төшкән ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үткән Шамил Хәсәновҡа һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ. Ундайҙарға ҡарап, яҙмыштың ҡаты елдәренә бөгөлмәй бары тик алға атлап була.
Фото: шәхси альбомдан.
Көйөргәҙе районы.