Йәмғиәт
10 Июнь , 07:35

Эргә-тирәбеҙ – гөл баҡса

Йәмәғәт биләмәләренә икенсе һулыш өҫтәлгән.

Эргә-тирәбеҙ – гөл баҡсаЭргә-тирәбеҙ – гөл баҡса
Эргә-тирәбеҙ – гөл баҡса

Башҡортостан Рәсәйҙә бөтә төр күрһәткестәр буйынса ла алдынғы, юғары кимәл нисәмә йылдар һуҙымында шулай тотороҡло һаҡланыуын дауам итә. Әлбиттә, ошо уңыштарҙың барыһы ла республика Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлегенә туранан-тура бәйләнгән.

Беҙҙә йыл да йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереүгә һәм ҡала-ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, һуңғы ете йылда төбәктә бер меңгә яҡын йәмәғәт биләмәһенә икенсе һулыш өҫтәлгән.

2025 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙа "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектының "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына старт бирелде. Ошо проект сиктәрендә былтыр 170 биләмә үҙенең йөҙөн яҡшыға үҙгәртте. Төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотҡан йәмәғәт биләмәләрен кешеләр үҙҙәре билдәләй. Ул Бөтә Рәсәй тауыш биреү алымы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Һәр яҡлап та үҫешеүҙе алға ҡуйыу йәһәтенән ҡарты ла, йәше лә үҙенең фекерен әйтеү мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, 2025 йылда 14 йәше тулған һәр бишенсе кеше үҙ һүҙен еткерҙе. Тауыш биреүҙә республикабыҙҙағы 770 623 граждан ҡатнашты. 2021 йылдан алып Дәүләт хеҙмәттәре платформаһында тауыш биреү электрон форматта ойошторола.

2026 йылда йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү 21 апрелдә башланды һәм 12 июнгә хәтлем дауам итә. Тимәк, халыҡ киләсәк өсөн тауыш бирә, дөрөҫөрәге, 2027 йылда төҙөкләндерәсәк биләмәне хәҙерҙән үк һайлай.

Республикабыҙҙың бер нисә төбәгенә "барып әйләнәйек".

2025 йылда Октябрьский ҡалаһында Еңеү паркы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Был урын ҡаланың төп тарихи-патриотик комплексы иҫәпләнә, унда күпме хәтер һаҡлана, граждандарҙың йыйылыу ере лә. Парк территорияһында өлөшкә бүленеп түбәндәге эштәр тормошҡа ашырылды: "Һалдат уйҙары" үҙәк мемориалы реконструкцияланды, Геройҙар аллеяһына икенсе һулыш бирелде, Яугир-интернационалистар мемориалын да хәҙер танырлыҡ түгел, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл рәтләнде, үҙәк аллея реконструкцияланды, колоннада формаһындағы яңы инеү урыны барлыҡҡа килде.

Бынан йыраҡ китмәйенсә генә Нефтекама ҡалаһына туҡталайыҡ. Бында баҫым ҡала округындағы ауылдарға яһалған. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, ҡала үҙе генә түгел, ә өс ауыл да төҙөкләндерелгән. Нефтекамала Йәштәр йорто алдындағы территория яңырған. Әйткәндәй, ул үҫмерҙәрҙең яратып йыйыла торған урыны. Энергетик ауылында иһә, ял зонаһын да үҙенең эсенә алып, йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған. Ташкин ауылында балалар майҙансығы төҙөгәндәр, Әмзә ауылында парк территорияһында балалар һәм спорт майҙанысығы барлыҡҡа килгән, сәхнәне күтәргәндәр.

2026 йылда, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, 144 территория еңеүсе тип табылған. Ошо объекттарҙың һәммәһен дә быйыл төҙөкләндереү уға яуаплыларҙың эш планына ингән. Уның өсөн федераль бюджеттан бер миллиард 200 миллион һум аҡса бүленгән. Шулай итеп, быйылғы программа эшләй башлаған, муниципаль ойошмалар тарафынан төҙөкләндереү проекты әҙерләнгән, ябай тел менән әйткәндә, конкурс эштәре башланған.

Бынан тыш, уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән Бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы проектында еңеүселәр территорияларын төҙөкләндереүҙе дауам итә. Ярыш башланғандан алып Башҡортостандан 39 проект еңеү яулаған, шуның 30-ы тормошҡа ашырылған да инде. Дөйөм бюджеты алты миллиард һум тәшкил иткән, шуның өс миллиард 300 миллион һумы – федераль бюджеттан.

2025 йылда, X Бөтә Рәсәй конкурстары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан биш еңеүсе асыҡланған. Бына ул алдынғылар – Октябрьский ҡалаһы ("Октябрьский: ҡиммәттәрҙе һаҡлау" проекты), Дүртөйлө ҡалаһы ("Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре" проекты), Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы ("Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе"), Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы ("Үрге Йәркәй үҙәген тоташтырыу ептәре") һәм Кушнаренко районының Кушнаренко ауылы ("Топориндар һуҡмағы" проекты). Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 2026–2027 йылдарға иҫәпләнгән. Ошо маҡсат өсөн федераль бюджеттан 436, 28 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Ә дөйөм бюджеттан 881,80 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 2026 йылда Башҡортостан бюджетынан 159 миллион һум аҡса биреү ҡаралған, ә 2027 йылда 161 миллион һум аҡса бүлеү күҙ уңында тотола.  

Ысынлап та, республикабыҙҙың ниндәй генә тарафына юлланма, бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип күҙгә асыҡ сағыла, уларҙы битараф та шәйләр, был хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Башҡортостанға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр. Һәр береһе беҙҙә тормоштоң алға барыуын йәшермәй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – йәшәйештә кешеләргә уңайлыҡтар тыуҙырыу. Республика етәкселегенең төҙөкләндереү мәсьәләһен һәр саҡ контролдә тотоуы – халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүен аңлата. Радий Фәрит улы власҡа килеү менән төҙөкләндереү өлкәһенә шунда уҡ тотондолар.

Мәҫәлән, Мәсетле районында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты нигеҙендә 12 яңыртылған йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Бынан тыш, өс объект тауыш биреүҙә ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы район мәҙәниәт йорто алдындағы үҙәк майҙан, район үҙәгендәге Беренсе Коммунарҙар һәйкәле һәм Оло Аҡа ауылының Тыныслыҡ урамындағы йәмәғәт биләмәһе (воркаут майҙансығы) шуға асыҡ миҫал.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы сығышында былай тине:

– Был "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһының талабы ғына түгел, ә беҙҙең эш принцибы ла. Беҙ һәр ваҡыт халыҡты тыңлайбыҙ, уларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалабыҙ һәм һәр кемдең фекерен иҫәпкә алабыҙ. Кешеләр бер ҡасан да битараф ҡалмай, киреһенсә эш барышын даими рәүештә күҙәтә.

Айбикә Ғүмәрованың һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөкләндереү тәңгәлдә эштәр бик ҡыҙыу бара, Башҡортостанды гөл баҡсаһына әйләндереүгә ҡарты ла, йәше лә әүҙем ҡушылған.

– Башҡортостан хозур, уға өҫтәп йәмәғәт биләмәләре лә төҙөкләндерелә, быға барыбыҙ ҙа ҡыуана, – тине Мансур Яныбаев та.

Ирина ГОЛОВАНОВА, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры:

– Республикабыҙҙа тап халыҡ үҙҙәре тәҡдим иткән биләмәлә үҫеш буласаҡ, ул тәртипкә килтереләсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыуға формаль эш тип ҡарарға ярамай. Нәҡ отошло ошо алым менән парк, сквер һәм бүтән урындар киләсәктә икенсе йәшлеген кисерәсәк, быға тамсы ла шикләнергә кәрәкмәй. Шундай майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ – улар тик һеҙгә оҡшаһын.

Йомғаҡлап әйткәндә, Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү йылдам бара, файҙалы был эшкә республика етәксеһе айырыуса ҙур иғтибар бүлә.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас