

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә, Рәсәй көнөнә арнап, 14 июндә Миәкә районының Нарыҫтау ауылы яныдағы “Сәхәбә” мәсетендә йыйын уҙғарыла.
Унда илдең, республикабыҙҙың именлеге, махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән тамамланыуы, яугирҙәребеҙҙең имен-аман әйләнеп ҡайтыуы өсөн доғалар ҡылыу, Ҡорбан ашы уҙғарыу, мөнәжәттәр башҡарыу, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балаларға төрлө уйындар үткәреү ҡаралған.
Йыйынға республиканың төрлө райондарынан дин белгестәре, ғалимдар, арҙаҡлы шәхестәр саҡырылған. Махсус ҡунаҡтар – Роберт Юлдашев, Заһир Зәйнетдинов, “Арғымаҡ” төркөмө һәм Ринат Рамаҙанов.
Фото: Миәкә районы хакимиәте төркөмө.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan