Йәмғиәт
10 Июнь , 13:15

Наил Баһауетдиновҡа орден тапшырылды

Рәсәй көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырылды.

Наил Баһауетдиновҡа орден тапшырылдыНаил Баһауетдиновҡа орден тапшырылды
Наил Баһауетдиновҡа орден тапшырылды

9 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Рәсәй көнө алдынан үтте. Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала йәшәүсе 58 кеше наградалар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Бүләкләнеүселәр араһында Баҡалы районының Почетлы гражданын, “Баҡалы яҡташтары” йәмғиәте рәйесен, “Һәләтле йәштәргә ярҙамфондына нигеҙ һалған техник фәндәр докторы, профессор Наил Йәүҙәт улы Баһауетдинов та бар. Уға  “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырылды.

– Баҡалы халҡы исеменән Наил Йәүҙәт улын юғары дәүләт наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Республика һәм тыуған Баҡалы районы мәнфәғәтенә изге эштәрендә ныҡлы һаулыҡ, билдәләнгән маҡсаттарҙың үтәлешен һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! – тип белдерҙе Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов.

Баҡалы районының яҡташтар ойошмаһы рәйесе Наил Йәүҙәт улы Баһауетдиновты өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Ул “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашып, тыуған районына тос ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ махсус хәрби операциялағы яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ ул тағы ла яҡшы өлгө күрһәтә – “Изге подписка” акцияһында ҡатнашып, Баҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләләренә “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итә.

“Башҡортостан” гәзите лә Наил Йәүҙәт улын лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлай!

Фото: Олег Ефимовтың “Макс”тағы каналынан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас