

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Управдом” республика форумы үтте. Уны Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Крылов алып барҙы.
Программаға «Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡулланған ресурстар күләмен кәметеү юлдары», «Күп фатирлы йорттарҙа һөҙөмтәле идара итеү» секциялары, халыҡ өсөн белгестәр консультацияһы, «Ҡағыҙһыҙ йәйҙә» акцияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, «Кем өйҙә төп хужа?» һәм башҡа саралар индерелгәйне.
Секциялар эшен тамамлағас, пленар ултырыш үткәрелде.
Күп фатирлы йорттарға идара итеүсе компаниялар – сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән структура. Шуға күрә әлегә аңлашылмаған йәки яйға һалынмаған мәсьәләләр буйынса сарала ҡатнашыусыларҙың етәкселәргә һорауҙары ла күп булды.
Улар буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирҙе. Айырыуса күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәреү тәртибе, улар хәл итә алған мәсьәләләр буйынса аңлатмалар, хатта бәхәстәр ҙә булып алды.
Форумға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү өсөн күп фатирлы йорт советтары рәйестәре, әүҙемселәр, йәмәғәт берекмәләре ағзалары, идара итеүсе ойошмалар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре саҡырылғайны.
Автор фотоһы.