+14 °С
Облачно


Заһир исемле ир күршеһенә һуғым һуйышып, кискеһен арыу ғына ҡунаҡ булып ташлайҙар.
Иртән торһа, башы сатнап ауырта. Күп уйлап тормай кисә ҡунаҡ иткән күршеһенә йүнәлә. Барып инһә... унда әсәһе күрше әбей, йәғни йорт хужаһының әсәһе менән сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултыра, ти.
Кемде-кемде, әммә әсәһен бында күрермен тип уйламаған ир ҡапыл ҡаушап, теленә килгән тәүге һүҙҙе әйтә:
– Минең трактор һеҙҙә түгелме?..
Фото: Айгөл Хөснөрьялова ("Асылыкүл" гәзите).