Йәмғиәт
11 Июнь , 09:55

Ҡыҙы үлгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды

Былтыр ноябрҙә Учалынан Эльвира Заһиҙуллинаның биш йәшлек ҡыҙының кәүҙәһен Силәбе ҡалаһындағы бер фатирҙа тапҡайнылар...

Ҡыҙы үлгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылдыҠыҙы үлгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды
Ҡыҙы үлгән ҡатынға хөкөм ҡарары сығарылды

Силәбе суды фатирҙағы диванда үле килеш табылған биш йәшлек ҡыҙҙың әсәһе Эльвира Заһиҙуллина эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Суд уны "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү" статьяһы буйынса ғәйепле тип тапты.

Ҡатындың 1,5 йылға ирке сикләнә: ул айына ике тапҡыр полицияға барып теркәлергә тейеш һәм ҡайҙалыр күсеп китә алмай. Психиатрик экспертизалар үткән, уға мәжбүри дауалау кәрәкмәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ноябрҙә Силәбе ҡалаһында бәләкәй ҡыҙҙың үле кәүҙәһен тапҡандар ине. Был фатирҙы Башҡортостандың Учалы районынан килгән Эльвира Заһиҙуллина ҡуртымға алған булған. Ул, ҡыҙым ванна бүлмәһендә йыуынғанда һыуға батып үлде, әммә берәүгә лә хәбәр итмәйенсә, кәүҙәһен бер айға диванда ҡалдырҙым, тип раҫлай. Һуңынан, еҫ сыға башлағас, ҡыҙын одеялға һәм пакеттарға төрөп ҡуя. Фатир хужабикәһе Заһиҙуллинанан фатирҙы бушатыуҙы һорағандан һуң килгән йыйыштырыусы кәүҙәне таба һәм полицияға хәбәр итә.

 

Фото: РФ Тәфтиш комитеты.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас