Йәмғиәт
12 Июнь , 07:00

Төп көсөбөҙ, төп байлығыбыҙ

Радий Хәбиров Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашты

Төп көсөбөҙ, төп байлығыбыҙТөп көсөбөҙ, төп байлығыбыҙ
Төп көсөбөҙ, төп байлығыбыҙ

 

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә төҙөлгән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәлгә нигеҙ 1957 йылда һалына, ә уны асыу тантанаһы 1965 йылда үтә. Ул рус һәм башҡорт халҡының туғандарса дуҫлығын символлаштыра.

Тантаналы сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм өфөнөң почетлы граждандары ҡатнашты.

- Байрам көнөн Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлайбыҙ, унда барыбыҙ өсөн дә мөһим һүҙҙәр яҙылған: «Рус һәм башҡорт халҡының бөйөк туғандаш дуҫлығына дан, - тип уртаҡлашты Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. -  Рәсәй бөйөк держава, унда быуаттар дауамында төрлө халыҡтар татыу һәм дуҫ йәшәй. Был беҙҙең төп көсөбөҙ һәм төп байлығыбыҙ.

***

Артабан Башҡортостан Башлығы һәм абруйлы ҡунаҡтар «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды.

Уны баш ҡаланың Киров районында 2022 йылдың ноябрендә астылар. Стела Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм илдең һуғыштан һуңғы тергеҙелеү осоронда республика халҡының хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә арналған.

Стела эргәһендәге территорияла совет йөк паровозы Л-3589 ҡуйылған. Был арт-объект асыҡ һауалағы музейҙың бер өлөшө булып тора. Шунда уҡ м-105пф авиация двигателе, су-25 самолет-штурмовиктары өсөн р-95Ш турбореактив двигателе, нефть һурҙырғыс, карап якорьҙары, газ-АА «ярымторкаһы», шулай уҡ вертикаль-фасонлы-строгаль станок урынлашҡан.

Артабан  Радий Хәбиров «Беҙ - Рәсәй граждандары» акцияһы сиктәрендә уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә айырыуса яҡшы эшләгән республика уҡыусыларына тәүге паспорттарын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе ҡулынан төп документты Өфөнән Искәндәр Хафизов менән София Баландина, Ейәнсура районынан Асҡар Иҙрисов һәм Ҡариҙел районынан Глеб Пастухов алды.

- Был көндө бөтә республикала ошондай саралар уҙғарыла. Беҙ уларҙы балалар ғорурланһын һәм ҙур илдең бер өлөшө буласағын, уның алдында яуап тотасағын һәм Ватанға хеҙмәт итәсәген аңлаһын өсөн йолаға әүерелдерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Был улар өсөн айырым ваҡиға. Төбәк етәксеһе Шулай уҡ Рәсәй Көнөнөң Башҡортостан халҡы өсөн мөһимлеге хаҡында һөйләне.

- Илебеҙ өсөн был байрам айырым әһәмиәткә эйә. Беҙгә Ватаныбыҙ өсөн фажиғәле ауыр ваҡытта йәшәргә тура килә. Нисек кенә ауыр булмаһын, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Тыуған илде һаҡлайбыҙ, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итәбеҙ. Иҡтисадты үҫтерәбеҙ. Балалар тәрбиәләйбеҙ. Илебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм еңеү өсөн барыһын  да эшләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас