

Ҡаты ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетова яҡты донъяларҙан китте. Уға 55 йәш ине.
Зилә Һаҙый ҡыҙы Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуа, Белорет районының Әзекәй ауылында үҫә, 5-се класҡа тиклем өләсәй тәрбиәһендә була. Әсәһе Өфөлә ныҡлап урынлашҡас, ҡыҙын янына ала. Зилә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында бер аҙ эшләгәс, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килә һәм ахырғаса шунда ҡала - 45-тән ашыу ролдә уйнай.
2011 йылда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", 2022 йылда "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" исемдәренә лайыҡ була.
Зилә Һаҙый ҡыҙының вафаты бик күп кешене - уның һабаҡташтарын, дуҫтарын, тамашасыларын тетрәндерҙе. "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға"лағы Нурания менән "Йәнкиҫәккәйем"дәге Рәсимә ролдәре менән күңелемде яулағайны. Иманың юлдаш булһын, Зилә-Зилә-Зиләйлүк...", "Йәне йәннәттә булһын, яҡындарына күркәм сабырлыҡ, беҙҙең урам ҡыҙы бит ул", "Бәхил бул, курсташыбыҙ Зилә. Донъя мәшәҡәттәре менән һуңғы мәлдәрҙә аралашып та булманы. Һауығып китеүеңә бик ныҡ өмөтләнгәйнек тә бит... нишләйһең" тиелгән, ҡайғы уртаҡлашып, комментарийҙарҙа.
Зилә Сәйетованың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: З. Сәйетованың шәхси архивынан.