Йәмғиәт
13 Июнь , 12:15

Ырыҫ – тыуған ереңдә, ти Абдрафиҡовтар

– "Юҡ!" – тип асырғанып ҡысҡырам. – Бармайым! Балаларымды кеше итмәгәнмен бит... – Ҡырмыҫҡалы районынан билдәле замандашыбыҙ Фәһимә Абдрафиҡова яҙмышындағы төрлө хәлдәр тураһында һөйләне, бәхет серҙәре менән уртаҡлашты.   

Ырыҫ – тыуған ереңдә, ти АбдрафиҡовтарЫрыҫ – тыуған ереңдә, ти Абдрафиҡовтар
Ырыҫ – тыуған ереңдә, ти Абдрафиҡовтар

– “Беҙҙә бөгөн йәштәр “Аулаҡ өй”гә йыйыла. Әйҙә, йүгерҙек!” Ярты йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгән егетем мине шулай йәһәтләп үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Ишекте асҡайным ғына, алдыма ҡайылған ап-аҡ мендәр килеп ятты. “Төклө аяғың менән, килен! Бисмилләһ тиген дә мендәргә уң аяғың менән баҫ. Түрҙән уҙ!” Буласаҡ ҡәйнәмдең ихлас, наҙлы тауыш менән әйткәндәрен үтәп, түргә үтеп киттем.

Шулай “урлап” тигәндәй алды мине Зәбир ағайығыҙ. Бигерәк тәүәккәл, баҫҡан ерендә ут сығарып торған егет ине шул ул! Нисек яратмаҫһың үҙен! – тип бөгөнгө матур, бөтөн тормошо нигеҙендә тап иренең көслө заттарға хас һоҡланғыс сифаттары, һөйөүе, хәстәрлеге ятыуын билдәләй Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы клубы мөдире, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе етәксеһе, участка һайлау комиссияһы рәйесе, староста, милли биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Фәһимә Абдрафиҡова.

Яҡты яҙмыштың нигеҙе нимәлә?

Ҡатындың бәхете – яҡшы ирҙән, тиҙәр. Ҡыҙ кеше атай һөйөүен тойоп үҫһә, артабанғы яҙмышы ла яҡты була тигән һүҙҙәр ҙә бар. Фәһимә Ғаяз ҡыҙы ошо хәҡиҡәткә ныҡлы инанған.

– Мөхәббәтле ғаиләлә үҫтем, – ти ул. – Әсәйем Хәлиҙә Шакирйән ҡыҙы менән атайым Ғаяз Зөлфәр улы беҙҙе, дүрт баланы, ҡәҙерләп кенә тәрбиәләне. Һис ҡасан мохтажлыҡ кисермәнек. Колхоздың төҙөүселәр бригадаһында эшләгән атайым бар яҡлап – бура бураһынмы, тәҙрә рамдары, йөҙлөктәре яһаһынмы һ.б. – ныҡ оҫта булды. Шуға ла кешеләр уға заказды күп бирә торғайны. Ял белмәҫ атайым төп хеҙмәтенән тыш ваҡытында, хатта төндә лә ошо эштәр менән мәж килер ине.

Әсәйемдең дә ял иткәнен күрмәнек беҙ. Ул яҙҙан көҙгә ҡәҙәр – сөгөлдөрҙә, ҡыш ҡошсолоҡ фермаһында эшләне, сменалап колхоз һыйырҙарын да һауҙы. Бәйләүгә, сигеүгә, тегеүгә оҫта булды. Кәзә тота инек, уның дебетен эшкәртеп, шәл бәйләп һатыр ине. Беҙҙе үҙенең күңел, ҡул йылыһы ҡушылған йылы, ҡупшы кейемдәрҙә генә йөрөттө. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерҙе. Дин әҙәптәрен дә һәйбәт белә ине – олатайыбыҙ мулла булған, балаларын Ислам нигеҙендә тәрбиәләргә тырышҡан, аяттар өйрәткән.

Уңған атай-әсәйебеҙ беҙгә саңғы, коньки ҙа һатып алып, спортҡа ылыҡтырып, матур тормош нигеҙе һаулыҡта булыуына инандырып үҫтерҙе. Сәләмәт тәндә генә сәләмәт рух шул.

Балаларым тип йәшәйбеҙ

– Зәбир, хас атайым менән ҡайным һымаҡ, уңған, булдыҡлы ир. Балаларым тип йәшәгән кеше, – тип ғаиләлә атайҙың төп терәк-таяныс булыуын билдәләй Фәһимә Ғаяз ҡыҙы. – Ғүмер буйы ауыл хужалығы тармағында эшләп, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған хеҙмәт кешеһе ул. Бәхетлемен: көс-ҡеүәтле, данлы, һоҡланғыс Абдрафиҡовтар нәҫелен лайыҡлы дауам итеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алдым. Береһенән-береһе аҡыллы, егәрле, һәләтле балалар үҫтерҙек, Аллаға шөкөр. Азамат, Әлфиә һәм Ләйсәнебеҙ өсөһө лә БДУ-ны тамамлап, тормошта үҙ юлын табып, матур тормош көтәләр. Һәр ҡайһыһы үҙ эшен төплө белеп, бөтә күңелен биреп, намыҫлы атҡара.

Балаларҙы яратып та, эшкә лә өйрәтеп үҫтереү кәрәк, ти Фәһимә Ғаяз ҡыҙы. Шулай уҡ бәләкәй саҡтан уҡ һәләттәренә иғтибарлы булыу мөһим.

– Баш балабыҙ Азаматҡа өс ай тулып килгәндә, “Ферма нисек мөдирһеҙ эшләһен? Урыныңа кеше юҡ бит. Сыҡ инде”, тип кире фермаға сығартып алдылар. Мин дә, ирем дә, ҡайным менән ҡәйнәм дә эшләйбеҙ, кем бушай – баланы шул ҡарай, – тип хәтергә ала Фәһимә Ғаяз ҡыҙы. – Барыбыҙ яғынан ҙур иғтибар тойоп, үҙаллы ла булып үҫте улыбыҙ. Бәләкәйҙән техника яратты. Алтынсымы, етенсеме класта уҡығанында мәктәпкә ете компьютер алып килгәйнеләр, шулар менән мөкиббән китеп ҡыҙыҡһына башланы. Ҡалын-ҡалын китаптар алдыртып, заман техникаһы үҙенсәлектәрен өйрәнде. Яратҡан шөғөлө артабан ғүмерлек һөнәренә әйләнеп китте.

Әлфиәбеҙ бәләкәйҙән китап уҡырға яратты. Район гәзитенә мәҡәләләр ҙә яҙҙы. Әлфиә лә, кинйә ҡыҙыбыҙ Ләйсән дә ҡул эштәренә оҫта. Матурлыҡ яраталар, донъяларын гөлдәй итеп тоталар. Балаларыбыҙҙың барыһына ла бәләкәйҙән эш күп тейҙе. Йәлләмәнек. Мәктәптең йәмәғәт эштәрендә лә алдан йөрөнөләр. Шундай тәрбиә өсөн хәҙер балаларыбыҙҙан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәбеҙ, Аллаға шөкөр. Инде үҙҙәре күптән атай-әсәй улар. Киленебеҙ һәм кейәүҙәребеҙ ҙә – уңған, матур ғаиләләрҙән. Әле ете ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәйбеҙ. Һәр байрамда, Ҡөрьән аштары уҙғарғанда, бәрәңге сәсеү, ҡаҙып алыу, мал һуйыу кеүек ҙур эштәрҙе башҡарғанда күмәкләп ҡайтып ярҙам итеп торалар. Шулай, әл-хәмдү лил-ләһ, ейән-ейәнсәребеҙ ҙә берҙәмлек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мөһимлеген белеп үҫә.

Ауыл хужалығынан – мәҙәниәткә

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуып үҫкән Фәһимә Ғаяз ҡыҙы, Стәрлетамаҡ совхоз техникумының зоотехниктар әҙерләү бүлеген тамамлағас, тыуған төбәгенең Бишауыл-Уңғар ауылына, “Фрунзе” колхозына ебәрелә. Унда 30 йыл намыҫлы хеҙмәт итә: ферма мөдире, зоотехник бурыстарын – ғәҙәттә, күп осраҡта ирҙәр башҡара торған ауыр эштәрҙе – бөтә күңелен биреп, оло яуаплылыҡ, сәм, ҡара тырышлыҡ менән атҡара.

– Резина итектә һыуыҡ фермала йөрөү сәбәпле ғүмеремдең ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлен һаман да тетрәнеп иҫкә алам. Һыуыҡ тейҙереп, ауыр операция үткәрергә тура килде. Хирургтар алты сәғәт буйы ғүмерем өсөн көрәште, – тип тулҡынланып иҫкә ала Фәһимә апай. – Аңымды юғалтып, ҡайҙалыр осоп киткәндәй булдым. Теге яҡта мәрхүм күршем саҡыра... “Юҡ! – тип асырғанып ҡысҡырам. – Бармайым! Балаларымды кеше итмәгәнмен бит...” Имен ҡалдым, әл-хәмдү лил-ләһ. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙен һаҡларға, ирҙәр күтәрер ауыр йөктө иңенә алмаҫҡа тейешлеген иҫкәрткәндер, тим, Аллаһ Тәғәлә.

Бишауыл-Уңғар халҡының оло ихтирамын яулаған, ойоштороу һәләтенә эйә, “ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” Фәһимә Абдрафиҡова хәҙер инде 24 йылға яҡын ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Шул уҡ ваҡытта староста, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе, участка һайлау комиссияһы рәйесе лә.

– Мин эшләгән йылдарҙа Бишауыл-Уңғар мәҙәниәт йорто биш мәртәбә “Иң яҡшы ауыл клубы” тип танылды, – ти уңған етәксе. – Ун йылдан ашыу элек “Сыңла, салғы!” фольклор проекты булдырып, уны уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ. Был матур сара районыбыҙҙың брендына әйләнде тиергә мөмкин. “Табынфест” төбәк-ара фестивален уҙғарыуға ла үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам. Әйткәндәй, бер йыл ошо сарала, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле төҙөп, тотош ғаиләбеҙ менән сығыш яһаныҡ. Ошо башланғысыбыҙҙы дауам итеү теләгем ҙур.

Республикалағы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы булараҡ, Фәһимә Ғаяз ҡыҙы 2020 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” номинацияһында еңеү яулай. Өс йыл элек “Райондың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” грантына ла лайыҡ була.    

– Ауыл – тәрбиә усағы. Уның ошо көсө, асылы бөгөн дә, киләсәктә лә һаҡланһын тип ысын күңелдән тырышабыҙ. Элек бит ауылдар гөрләп торор ине. Беҙ киң урамда күмәкләп уйнап, йәйҙәрен йәшел үләндә тәгәрәшеп үҫтек бит, – тип һағыш менән иҫкә ала Фәһимә апай. – Әсәйҙәребеҙ бергәләп йырлай-йырлай миҙгел эштәрен башҡарыр, атайҙар дәртләнеп өмәгә сығыр ине. Ә хәҙер күптәр – бейек ҡойма артында...

Үҙебеҙсә – ауылса

Халыҡты ошо бейек ҡоймалар артынан “сығарып”, элеккесә берҙәм эштәргә йәлеп итеү өсөн күп тырышлыҡ һала староста. Өмәләрҙе йыш ойошторалар, зыяратты тәртипкә килтереп торалар. Клуб һәр саҡ гөрләп эшләп тора. Күптән түгел 1 майҙы киң билдәләгәндәр. Еңеү көнөндә тантаналы митинг, байрам концерты уҙған, балалар өсөн Фәһимә Ғаяз ҡыҙы үҙе эшләгән этномөйөшкә экскурсия ойошторолған. Музей төнөндә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейында сығыш яһағандар.

– Һәр сараны үҙебеҙсә – ауылса – ихласлыҡ менән үткәрәбеҙ. Ансамблдәребеҙ үтә әүҙем, – ти Фәһимә Ғаяз ҡыҙы. – Әйткәндәй, “Һандуғас” йыр коллективынан ике ауылдашыбыҙ районда вокал конкурсында дипломға лайыҡ булды. Мәсетебеҙ уңышлы эшләй, йома намаҙҙарына йөрөүселәр, ҡорбан салыусылар йылдан-йыл арта, оло ғәйеттәрҙе гел бергәләшеп уҙғарабыҙ. Бишауыл-Уңғар халҡы элек-электән тырыш, уңған, динле булған ул, әле лә ошо сифаттарыбыҙҙы һаҡларға, үҫтерергә тырышабыҙ.

Замандан артта ҡалмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе онотмаҫҡа кәрәк, тип өйрәттек гел балаларыбыҙға. Нәҡ тарихын белгән халыҡ юғалмай, иң ауыр мәлдә лә бирешмәйенсә, аҡтамырҙай таралып китә бит. Ә йәштәребеҙ бөгөн аҡыллы. Күптәренән үҙебеҙ өлгө алабыҙ. Ҡалала йәшәп тә, балалары менән саф башҡортса һөйләшкән йәш милләттәштәребеҙгә айырыуса һоҡланам.

* * *

Тыуған ереңә ныҡлы ерегеп, туғандарың, яҡындарың, күршеләрең, бар ауылдаштарың менән татыу йәшәү, итәк тултырып балалар үҫтереү – ҙур бәхет, ти Абдрафиҡовтар. Башҡаларҙан көнләшмәү, уларҙың уңыштарын өлгө итеп алып, алға ынтылыу, ырыҫты ситтән эҙләмәй, үҙеңдә булдырыу кәрәк, ти улар. Тап шул сифаттар – милләтебеҙҙе, ауылдарыбыҙҙы һаҡлар, үҫтерер көс.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Ырыҫ – тыуған ереңдә, ти Абдрафиҡовтар
Ырыҫ – тыуған ереңдә, ти Абдрафиҡовтар
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас