Йәмғиәт
15 Июнь , 15:15

Фәрештәләй киленебеҙ нахаҡ һүҙ ҡорбаны булды

Һа-һа! Килештерә берәү. Иреңдең Себерҙә нимә эшләп ятҡанын да белмәйһеңдер инде, бахырҡай. Ундағыларҙың барыһының да икенсе бисәһе бар. Һинең иреңә лә күптән инде бер мәрйә ул табып биргән, тиҙәр бит. Фәрит бит малай тип үлә ине, үҫтереп яталыр инде шунда балаһын, вахтаһынан да ҡайтмайынса. Һин генә уны аҡтан-аҡ, пактан-пак күреп йәшәп ятаһың! – Әшрәф тағы нимәлер һөйләргә уҡталғайны, йөҙө ағарып, күҙҙәре ҙурайып киткән ҡатынды күреп, тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараны... 

Фәрештәләй киленебеҙ нахаҡ һүҙ ҡорбаны булдыФәрештәләй киленебеҙ нахаҡ һүҙ ҡорбаны булды
Фәрештәләй киленебеҙ нахаҡ һүҙ ҡорбаны булды

Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,

Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?

Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,

Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?

И-и-их, өҙә генә бит үҙәктәрҙе, телә инде бәғерҙәрҙе Фәрит ошо йыры менән!.. Иңрәп сыҡҡан күкрәк тауышынан да, киске эңерҙә әллә ҡайҙарға таралған гармунынан да моң-зар ғына түгелә төҫлө...

Кем уйлаған йырҙы яҙған шағирҙың һәм уны моңло көйгә һалған композиторҙың тап Фәрит күршебеҙҙең фажиғәле мөхәббәтен бөтә асылында, аяуһыҙлығында асып биререн?.. Ҡатынын юғалтты ул... Егерме йылдан ашыу пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән, йәненән артыҡ күргән Фәнисәһе ғүмерлеккә ташлап китте.

Яман ауырыу, берәй аңһыҙ ҡазамы, фажиғәме булһа ла был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Хәйер, үлемдең ҡайһыһы ла үкенесле булалыр инде ул... Шымыҡай ғына, һәр ваҡыт тыйнаҡ холоҡло, уйсан йөҙлө Фәнисә килендең үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүе хаҡындағы хәбәр тотош ауыл халҡына аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте.

Матур, етеш йәшәне улар. Фәнисәһен Өфөлә автотранспорт техникумында уҡығанында осратып, бер күреүҙән тигәндәй ғашиҡ булып, үҙенә ҡаратып алғайны Фәрит. Педагогия училищеһында уҡый ине аҡ ҡына йөҙлө, ҡурсаҡ кеүек ҡупшы кәүҙәле был һылыу ҡыҙ. Бөҙрә сәсле, һомғол буйлы, үҙе йырсы, үҙе гармунсы егет Фәнисәнең дә йөрәген тиҙ яулап алды.

Алыҫ райондан килен булып төшкән ҡыҙға ят ергә өйрәнеп китеү еңел булманы, шулай ҙа Фәритенең янында булыуы донъяһын бөтөн итте. Йәш кәләш мәктәптә һөнәре буйынса эш булмағас, ауыл китапханаһында эш башланы. Бында уға нығыраҡ та оҡшай ине. Тыуған яҡтарын, яҡындарын һағынған сағында күңелен китап уҡыу менән баҫты. Тиҙҙән ауыл халҡына, мәктәп балаларына өйрәнеп, матур-матур саралар ойоштора башланы.

Тәү ҡарамаҡҡа баҫалҡы, тыныс күренһә лә, егәрле лә, сәмсел дә, ғәрсел дә ине алыҫтан төшкән килен. Донъяһын гөл итеп тотто Фәнисә. Фәрите лә шәп, егәрле заттан булғас, ғаилә тормоштары баштан уҡ ыңғай башланды. Иренең ата-әсәһе, туғандары ярҙамы менән ҙур итеп йорт күтәрҙеләр, унан инде ваҡ-төйәк эштәрен үҙҙәре башҡарып, донъяларын сынъяһау иттеләр.

Тәүге балаһын тапҡандан һуң ныҡ ҡына өҙлөктө Фәнисә. Һалҡын алдырып, дауаханаға кире инергә тура килде. Ярай әле, табиптар ҙа яҡшы ҡараны, Фәрите лә эргәһенән китмәне тигәндәй. Һауығып, аяҡҡа баҫты ҡатын, әммә башҡаса ауырға ҡала алманы. Фәритенең шаярыу ҡатыш: “Миңә бер малай табып бирерһең ул, кәләш?” – тиеүен тәүге йылдарҙа тыныс ҡабул итә ине. “Булыр, Алла бойорһа”, – тип үҙен дә, ирен дә йыуатты. Әммә табиптарҙың ҡарары аяуһыҙ ине: башҡаса бала таба алмаясаҡһың.

Өмөтөн өҙмәне Фәнисә – әбейҙәргә лә, имселәргә лә, гипнозсыларға ла йөрөп ҡараны. Холҡондағы баяғы сәмселлек, ғәрселлек был уйынан кире ҡайыра алманы. Ҡыҙына 10 йәш тулып уҙыуға, үҙ хәленә бер аҙ күнгәндәй булды, шулай ҙа ирен уллы итә алмауы күңелен тырнап торған бер халәткә әйләнде. Уның өҙгөләнеүен күреп, Фәрите тынысландырырға тырышты: “Ҡайғырма, кәләшем, беҙҙең бына тигән ҡыҙыбыҙ бар бит!” – тип йыуатты.

Урындағы хужалыҡта эш булмағас, Фәрит, иптәштәренә эйәреп, Себер тарафтарына юлланды. Бөтмөр, егәрле ир яҡшы ғына предприятиеға урынлашып, ярайһы уҡ мул аҡса алып ҡайта башланы. Ғаилә, әле тегеһен һатып алып, әле йорт-ҡаралтыһын яңыртып, һәүетемсә генә йәшәне.

Бер көн Фәрит шылтыратып, алыҫ ҡына нөктәгә юлланыуҙары, унда бәйләнеш булмаясағы, был вахтаһының ғәҙәттәгесә ай ярым түгел, ә өс айға һуҙыласағы тураһында әйтте. Был хәбәрҙе ҡабул итеү ҡыйын булһа ла, Фәнисә сабыр булырға тырышты, иренә имен-аман йөрөүен теләне.

Китапханала сираттағы сараға сценарий яҙып ултырғанында урындағы хужалыҡта ферма мөдире булып эшләгән Әшрәф килеп инде. Улай-былай хәбәр һөйләп, хәл һорашҡан булды, Фәриттең ҡасан ҡайтырын белеште. Ят иргә башын да күтәрмәйенсә, бер-ике һүҙ менән генә яуап бирҙе Фәнисә. Үҙе был һөмһөҙ ҡарашлы әҙәмдең тиҙерәк сығып китеүен теләне. Ә тегеһе тора бирҙе, оятһыҙыраҡ һүҙҙәр ҙә ысҡындыра башланы. Тамам асыуы килгән ҡатын: “Һеҙгә берәй китап кәрәкме? Кәрәкһә, әйтегеҙ, кәрәкмәһә,  сығып китегеҙ!” – тине, тауышын күтәрә биреп.

– Һа-һа! Килештерә берәү. Иреңдең тегендә нимә эшләп ятҡанын да белмәйһеңдер инде, бахырҡай. Ундағыларҙың барыһының да икенсе бисәһе бар. Һинең иреңә лә күптән инде бер мәрйә ул табып биргән, тиҙәр бит. Фәрит бит малай тип үлә ине, үҫтереп яталыр инде шунда балаһын, вахтаһынан да ҡайтмайынса. Һин генә уны аҡтан-аҡ, пактан-пак күреп йәшәп ятаһың! – Әшрәф тағы нимәлер һөйләргә уҡталғайны, йөҙө ағарып, күҙҙәре ҙурайып киткән ҡатынды күреп, тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараны.

Әле ишеткән хәбәренән Фәнисәнең башы шауланы, күҙ алдары томаланды. Ҡулдары ҡалтырай-ҡалтырай телефонына тотондо: “Абонент недоступен...” “Абонент недоступен...” Шул саҡ Фәриттең “донъя хәлен белеп булмай” тип, мастерҙың телефон һандарын биреүе иҫенә төштө. Ят иргә шылтыратырға уңайһыҙланды, смс яҙып ебәрҙе лә сабырһыҙланып яуап көтә башланы.

“Тиҙҙән базаға ҡайтырға тейештәр, үҙе аңлатыр” тигән яуап иҫһеҙ итә яҙҙы бисара ҡатынды. Тимәк, барыһы ла дөрөҫ! Бар донъяның аҫты-өҫкә әйләнгәндәй, ә үҙе ниндәйҙер ҡараңғылыҡҡа осоп барғандай тойолдо Фәнисәгә. Был ваҡытта ул бер кем, бер нимә хаҡында ла уйларлыҡ хәлдә түгел ине. Ғәрлеге ни тора! Фәрит уға хыянат иткән! Фәриттең улы бар! “Мин барыһын да беләм! Һин – хыянатсы!” тигән смс-хәбәр осто Себер тарафтарына. Ғәрлегенә, ярһыуына баш була алманы бисара ҡатын...  

Фәнисәһен оҙатырға ҡайтып өлгөрә алманы Фәрит. Бишенсе көн тигәндә генә вертолет менән килеп алдылар үҙен. Ауылға ҡайтып еткәнсе тағы ике көн үтте. Ә ысынында ошоғаса ҡатынына уйы менән дә хыянат иткәне юҡ ине уның. Эшендә, хужаларҙың үҙ-ара аңлаша алмауы арҡаһында, ҡатмарлы ғына мәшәҡәттәр килеп сыҡты. Бындай саҡта бит мотлаҡ кемделер ғәйепле итеп ҡуялар.

Торба һалыу өсөн ҡаҙыу эштәрен башҡарған Фәриттең бригадаһын, бригадир булараҡ үҙен дә ҡуйылған бурысты тейешле кимәлдә башҡармауҙа ғәйепләнеләр. Егеттәре барлыҡ техниканы икенсе объектҡа күсереү менән мәшғүл, ә ул үҙе, башҡарған эште тапшырып, вахтаһын тамамлап, юлға сығырға тейеш ине. Алыҫтағы участканан техниканы кире күсереп, ебәрелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тағы бер вахта эшләргә тура килде. Бындай фажиғәнең булырын белһә, барыһын да өҙә һуғып, ташлап ҡайтыр ҙа китер ине лә бит...

Шыҡһыҙ, ҡотһоҙ булып ҡалған өйҙә Фәритте ҡайғынан күҙ төптәре ҡарайып, былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла һурылып киткән ҡыҙы – Фаягөлө ҡаршы алды. Атай менән ҡыҙ бер-береһенең ҡосағына ташланды, Фаягөл һулҡылдап илап ебәрҙе. Фәрит уны йыуатырға, үҙенең күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышты. “Атай, уҡыуымды ташлап ҡайтайым да ҡуяйым, яңғыҙың нисек йәшәрһең?” – тине ҡыҙы сәй эскәндә. “Юҡ, балам, һин уҡыуыңды тамамларға тейешһең. Һуңғы курс бит. Беҙгә көслө булырға кәрәк. Мин һиңә ярҙам итермен. Уҡыуыңа юллан”, – тине Фәрит. Ике көндән Фаягөлө Питерға кире осто.

Бына шулай, гөрләп торған донъя һүнеп ҡалғандай булды. Һирәк-һаяҡ кистәрен йорт тупһаһында гармун тартып, йыр һуҙған ирҙе бар күрше-тирә йәлләне. Йыры ла ниндәй бит әле!

Беләҙегең, алҡаларың көмөштән,

Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?

Йөҙөгөңә аҡыҡ ҡаштар таҡманым,

Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?

Ҡара эсле әҙәмдең нахаҡ һүҙҙәренән әрәм булды хисле лә, егәрле лә, сәмсел дә Фәнисә киленебеҙ...

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. (Был фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас