Йәмғиәт
15 Июнь , 15:50

Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр

Гортензиялар ниндәй тупраҡ ярата, уларҙы ҡайһылай тәрбиәләргә? Салауат районының баш агрономы, үҙенең  шәхси йорто ихатаһында ла баҡса үҫтерергә яратҡан Гүзәл Юлдашбаеванан был юлы гортензиялар үҫтереү буйынса кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәрСәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр

 –   Гортензиялар менән өс йыл тирәһе шөғөлләнәм. Әле участкамда ике сорты үҫә. Һеперткеле төрө, сәскәләре пирамида формаһында аҡтан ҡыҙғылт төҫкә тиклем үҙгәрә. Ағас һымаҡ гортензияның сәскәләре йомро, ҙур шапка рәүешендә.

Тәүге төрө тәрбиәләүгә бик уңайлы һымаҡ. Был сәскәне еңелсә күләгәле урынға ултыртырға  кәңәш итәм. Ҡаты елдәрҙән һаҡланған урын булыуы ла мөһим. Гортензиялар ҡыҙғылт ерҙе, әсе тупраҡты ярата. Был сәскәне ултыртыу соҡорона торф, ҡом, урман ере ҡушырға кәрәк. Гортензияның сәскәһенең төҫөн ерҙең әселеге үҙгәртә. Гортензия һыу ярата. Ашламалау өсөн компост ҡулланам.

Әле әйтеп үтелгән сорттар ҡышҡылыҡҡа ябыуҙы талап итмәй. Яңы ултыртылған үҫентеләрҙе генә торф йәки ҡоро япраҡ менән ҡапларға кәрәк.

Фото: Гүзәл Юлдашбаеваның шәхси альбомынан.

 

 

Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Сәскә үҫтереүселәргә кәңәштәр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас