Йәмғиәт
14 Июнь , 19:30

Әсәйемде... ҡарттар йортона

Ә иң ҡурҡынысы, был хәлдән ирем ялҡты. “Көнө-төнө ҡәйнәм тағы нәмә эшләр тип ҡурҡып ултырам үҙ өйөмдә”, – ти.

Әсәйемде... ҡарттар йортонаӘсәйемде... ҡарттар йортона
Әсәйемде... ҡарттар йортона

Мин әсәйемдең 40 йәштә табып алынған берҙән-бер балаһы. Тыуыуым менән атай тигән кеше беҙҙе ташлап киткән. Шуға күрәме икән, әсәйем башҡа кейәүгә лә сыҡманы, бүтән балалар ҙа тапманы. Атайһыҙ, ағай-һеңлеләрһеҙ үҫәм тип бер ҡасан да бошонманым, әсәйем менән икебеҙгә рәхәт ине. Уҡытыусы булып эшләне ул, хеҙмәт хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, беҙгә етеп торҙо, миңә нимә кәрәк, барыһын да ала торғайны.

Мәктәпте тамамлағас, ауылдағы әсәйемде яңғыҙын ҡалдырып ҡалаға уҡырға киттем. Ә унда инде яңы тормош башланды. Яңы дуҫтар, егеттәр. Уҡып бөтөүгә кейәүгә сыҡтым, ике йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ялдар һайын бергәләп ауылға әсәйем янына ҡайтып торҙоҡ. Ирем әсәйемә ихтирам менән ҡараны, ихаталағы бөтә ир-ат эшен башҡарып ҡуя ине.

Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә бәлә килде. Етмеш йәшенә етеп килгән әсәйем инсульт кисерҙе. Шул йәшкә тиклем бер ниндәй етди сирҙәр менән дә ауырыманы, ныҡ ҡына булған яҡыным район дауаханаһына реанимацияға эләкте. Был саҡта янында булмағас, уның йығылғанын күршеһе һуң ғына күреп ҡалған, ҡаланан “ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе әллә күпме ваҡыт әрәм ителгән. Һөҙөмтәлә, ул иҫән ҡалды, физик яҡтан да әллә ни зыян булманы, тик бына мейеһе әҙерәк зарарланды. Оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты, аҙаҡ махсус шифаханаға ла ебәреп ҡараныҡ, тик ул ныҡлап терелеп китә алманы. Һөҙөмтәлә, әсәй ауылда яңғыҙы йәшәй алмаҫлыҡ булды. Нисек кенә ҡаршылашһа ла, ундағы донъяһын һатып, уны үҙебеҙҙең ҡалалағы фатирға алып ҡайтырға тура килде.

Ярар әле фатирыбыҙ өс бүлмәле. Береһендә үҫмерлек осорона инеп килгән ҡыҙыбыҙ йәшәй, беҙ иһә үҙебеҙҙең бүлмәне әсәйгә биреп залға күстек. Ирем әсәйемде күсереп килтереүгә ҡыуанмаһа ла, ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәне. Минән башҡа уны ҡарар кеше юҡ икәнлеген аңлай ине.

Тәүге йылда һәйбәт кенә йәшәнек, тик артабан хәлдәр насарланғандан насарлана башланы. Әсәйем бөтә нәмәне онота, күрәһең, ҡартлығы ла үҙен һиҙҙерәлер. Ҡайһы бер ҡылыҡтары башҡа һыймай. Беҙгә ярҙам итәм тип ҡашығаяҡ йыуа, тик кранды һүндерергә онота. Бер көн эшкә күршеләр шылтырата: беҙ уларҙы батырабыҙ. Ни булды тип ҡурҡып ҡайтып инһәк, әсәй бүлмәһендә йоҡлап ята, ә бар бүлмәләр һыуға тулып, аҫҡа аға башлаған. Күршеләргә лә, үҙебеҙгә лә ҡиммәтле ремонт эшләргә тура килде.

Бер көндө икмәк алам тип магазинға сығып китте лә, ҡайтманы. Төнгә тиклем эҙләнек, полицияға хәбәр итеп бөттөк. Ә ул юлды онотоп аҙашҡан, бөтөнләй икенсе яҡҡа сығып киткән. Саҡ машинанан тапалмаған. Юл уртаһында йөрөгәнен күргәс, полиция алып китеп, саҡ таптыҡ. Унда ла мәшәҡәттәре байтаҡ булды.

Һәм ошоноң кеүек хәлдәр йышайҙы. Йә сәйнүкте һүндерергә онотоп, саҡ янғын сығарманы, бер көн саҡ балкондан ҡолап төшмәне. Ҡыҙыбыҙ ҙа сирле өләсәй менән ауыр, дуҫтарын килтерһә көләләр ти, “ҡасан ҡайтып китә” тип әйтә башланы.

Ә иң ҡурҡынысы, был хәлдән ирем ялҡты. “Көнө-төнө ҡәйнәм тағы нәмә эшләр тип ҡурҡып ултырам үҙ өйөмдә”, – ти. Сығымдар ҙа артты, ремонт өсөн кредитҡа инергә лә тура килгәйне шул.

“Әйҙә уны ҡарттар йортона бирәйек”, – ти. Мин әлбиттә быға ҡырҡа ҡаршы. Әммә иптәшемдең һаҡлы булғанын да аңлайым. Әсәйемде өйҙә яңғыҙын ҡалдырып китеү бик хәүефле. Уны ҡарар өсөн махсус кеше яллау хәлде бер аҙ ҡотҡарыр ине, тик бының өсөн ҙур аҡса кәрәк. Миңә эшемде ташлап, бәләкәй бала артынан ҡараған кеүек уны ҡарап ятыу – тағы ла ҡиммәтерәккә сыға. Эш хаҡым әллә ни ҙур булмаһа ла, ғаилә бюджетының яртыһы тиерлек. Көнө буйына бүлмәлә бикләп ҡуйыу – кешесә булмаған аҙым. Һалҡын баш менән уйлаһаң, берҙән-бер вариант булып ҡарттар йорто ғына ҡала. Тик бар булмышым “ЮҠ”, тип ҡысҡыра. Иң яҡын кешем менән былай итә алмайым. Тик үҙ ғаиләмде лә юғалтҡым килмәй, иремдең кәйефе көндән-көн ҡырыла, ҡыҙым да яман ҡарай.

Бәлки миңә кәңәш биреүсе булыр? Нисек итеп был проблеманы хәл итергә?

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәре.

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас