Йәмғиәт
15 Июнь , 07:00

Тармаҡҡа иғтибар көслө

Һеҙ – заман тауышы

Тармаҡҡа иғтибар көслөТармаҡҡа иғтибар көслө
Тармаҡҡа иғтибар көслө

14 июнь – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан күренекле журналист һәм билдәле сәйәсмән Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы ойошторолдо.

Республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова хәбәрселәргә мөрәжәғәт итеп, былай тине:

– Һеҙ – заман тауышы, тормошобоҙҙағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында яҙаһығыҙ. Әңгәмә ойоштораһығыҙмы, һүрәтләмә әҙерләйһегеҙме, яңылыҡтар бирәһегеҙме, барыһын да күңелегеҙ аша үткәреп ҡағыҙға төшөрәһегеҙ. Ысынлап та, уларҙың һәммәһендә лә йөрәк йылығыҙҙы һалғанығыҙ һиҙелә. Әлбиттә, һәр берегеҙҙең фотоаппараты бар, социль селтәрҙә шәхси битегеҙҙе булдырғанһығыҙ, әммә журналист һөнәренә тоғро ҡалғанһығыҙ. Эшкә ашығып киләһегеҙ, хеҙмәтегеҙҙән кинәнес алаһығыҙ.

"Республика Башкортостан" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, бөгөн журналистарға бигүк еңелдән түгел, бигерәк тә был баҫма матбуғатына ҡағыла. Иң мөһиме, уларҙың үтенесен ишетәләр, иғтибар итәләр. Уның ҡарауы, был ваҡытлыса күренеш, һүҙ ҙә юҡ, күп һорауҙар почта хеҙмәтенә бәйле. Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы матбуғатта үҙ эшенең оҫталарының ҡәләм тибрәтеүенә баҫым яһаны, ә улар – өлкән һәм урта быуын кешеләре. Йәштәрҙең дә эшкә килеүен теләне.

– Иртәгә Өфөлә журналистарҙың медиафорумы ойоштороласаҡ, сараның Башҡортостан Башлығы Грантына үтеүе – айырыуса ҡыуаныслы, – тине Зөлфиә Рәхмәтуллина. – Һәр ҡатнашыусыны ул һөнәри үҫешкә этәрәсәк, бик күп майҙансыҡтар эшләйәсәк.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов барыһына ла эштәрендә ижди уңыштар, бейеклектәр һәм үрҙәр теләне, нәҡ байрам көндәрендә Шәһит Хоҙайбирҙиндың һөйкәленә сәскәләр һалыуҙың күркәм традицияға әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. 16 июндә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиафорумының уҙыуы тураһында һөйләне, Мәскәү ҡалаһынан бихисап ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуын, яһалма зиһен төп темаларҙың береһе булыуын әйтте.

– Әйткәндәй, тап 14 июнь "Башҡортостан" гәзитенең сыға башлаған көнө лә, киләһе йыл баҫманың нәшер ителеүенә – 110 йыл, – тине  Вәдүт Ғәйфулла улы.

Башҡортостан Журналистар союзының Почет Грамотаһы менән "Рампа. Культура Башкортостана" журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий, Лариса Шепелева ("Республика Башкортостан" гәзите), Зөбәржәт Яҡупова ("Аҡбуҙат" журналының яуаплы секретаре) һәм Миләүшә Мөхәмәтйәнова ("Ватандаш" журналының бүлек редакторы) бүләкләнде, шулай уҡ күптәргә союздың Рәхмәт хаты тапшырылды һәм бер нисә хәбәрсе Башҡортостан Журналистар союзының ағзаһы итеп алынды.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас