Йәмғиәт
15 Июня , 09:30

Яугирҙәр гәзит-журналдарҙы көтөп ала

Хәбәрселәр – ныҡлы ҡалҡан

Яугирҙәр гәзит-журналдарҙы көтөп алаЯугирҙәр гәзит-журналдарҙы көтөп ала
Яугирҙәр гәзит-журналдарҙы көтөп ала

14 июндә Башҡортостанда матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

– Кисә Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ, уларҙың эшенән республикала һәм илдә күп нәмә тора. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйем, – тине ул.

Кәңәшмәлә республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны. 2023 йылдан алып Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 230 мең гәзит ебәрелгән. Максим Ульчев һүҙҙәренсә, гәзит һәм журналдар яугирҙәрҙең үтенесе буйынса фронтҡа ебәрелә.

– Һорау ҙур – егеттәргә тыуған йорттоң нимә менән йәшәүен белеү мөһим. Һәр баҫманы ҡулдан-ҡулға тапшырып уҡыйҙар, – тине агентлыҡ етәксеһе.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә.

2025 йылда Рәсәйҙең һанлы үҫеш министры Мәҡсүт Шадаев Президентҡа докладында республиканың ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса илдә өсөнсө урында тороуын билдәләне. Бөгөн республикала алты телдә 146 гәзит һәм журнал сыға.

Шулай уҡ Максим Ульчев республиканың киң мәғлүмәт саралары сит ил мәғлүмәти һөжүмдәре менән әүҙем көрәшеүен һөйләне.

– Бер йылда мәғлүмәт һөжүмдәре 1,5 тапҡырға артты. Бында беҙҙең Республикаға идара итеү үҙәге менән бергә урындағы һәм республика киң мәғлүмәт саралары, “Башинформ”, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән берлектә мәғлүмәт ҡалғаны булып сығыш яһай — республиканың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ярҙам итә. 2022 йылдан журналистар 800-гә яҡын фейкты кире ҡаҡты. Деструктив таратыусы меңәрләгән материалдар сығарылған, – тине Максим Ульчев.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас