Йәмғиәт
16 Июнь , 07:15

"Башҡортостан" мине үҫтерҙе"

Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ Алһыу Әһлиуллина маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.  

"Башҡортостан" мине үҫтерҙе""Башҡортостан" мине үҫтерҙе"
"Башҡортостан" мине үҫтерҙе"

Өфөлә Башҡортостан журналистарының “Медиайыйын” форумы үтә. Уның эшендә ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Араларында хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина ла бар. Ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.  

– Был юғары исемде алыуым минең өсөн, һис шикһеҙ, ҙур шатлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта уҡыусыларым, коллегаларым алдында оло яуаплылыҡ. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына тәү тапҡыр аяҡ баҫҡанда 16 йәш ине. Ошо йылдар дауамында гәзит мине үҫтерҙе, журналистикала үҙ һүҙе, үҙ исеме булған абруйлы ағай-апайҙар эшкә өйрәтте. Нәҡ ошонда һүҙ ҡәҙерен, һүҙ көсөн аңланым. Дөрөҫлөктөң, тырышлыҡтың, берҙәмлектең асылына төшөндөм.

Яҙмышым да, булмышым да “Башҡортостан” гәзитенән айырылғыһыҙ. Шуға бөгөнгө награда артында ла яратҡан коллективымдың фиҙакәр хеҙмәте, етәкселектең ышанысы, баҫмабыҙҙы ғүмере буйы алдырған һәм беҙҙең менән бергә ҡалған уҡыусыларыбыҙҙың тоғро һөйөүе ята. Һәр ҡайһыһына рәхмәт – коллегаларыма, баш мөхәрриребеҙ Вәдүт Ғәйфулла улына һәм, әлбиттә, мине гәзитем менән бергә яратҡан ғаиләмә, – тине Алһыу Әһлиуллина.

Беҙ хеҙмәттәшебеҙҙе юғары исеме менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, эшендә артабан да уңыштар, юғарыраҡ үрҙәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

 

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас