

Өфөлә ойошторолған "Милли киң мәғлүмәт саралары – йәмғиәттә татыулыҡты һаҡлау ҡоралы" тип аталған журналистарҙың төбәк-ара медиафорумында "Йәштәрҙе вербовкалауға ҡаршы тороу буйынса мәғлүмәт эше" исемле секция эшләне. Унда модератор ролен "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов менән республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова үтәне.
Руслан Шәрәфетдинов әйтеүенсә, беҙгә ҡаршы Украина ғына түгел, ә тотош көнбайыш илдәре һуғыш иғлан иткән.
– Әле үҫмер төрлө урында янғындар ойоштора, әйтәйек, сымһыҙ элемтә башняһына зыян килтерә, башта былар ҡурҡытыу өсөн генә ҡылына,– тине Башҡортостан йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы секретары, республикабыҙҙың терррорға ҡаршы комиссия аппараты етәксеһе Валерий Олейник. – Быларҙың барыһы ла киләсәктә ҙур бәлә-ҡазаға килтерә лә инде. Тепловоздарҙы шартлатыу, тимер юлын емереү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Ә уға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Валерий Олейник малай һәм ҡыҙҙарҙы патриотик йәһәттән тәрбиәләүгә баҫым яһаны, "атайҙар һәм балалар" проблемаһы булмаһын ине тигән теләген еткерҙе. Бүтән сығыш яһаусылар ҙа йәш быуынды илен яратып үҫтерергә кәрәк икәнлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәштәр араһында аңлатыу эше яҡшы алып барылырға тейеш, ошо турала ла һөйләнеләр.
Фото: Илдар Аҡъюлов.