

Гөлсинә апайҙы баҙар эргәһендә күргәс, үҙ күҙемә үҙем ышанманым. Йөҙөнә эскән кешенең һыҙаттары сыҡҡан, таушалған ғына кейемдә ине ул. Матур ғына ғаиләлә үҫкән, һуңынан уңышлы тормошҡа сыҡҡан яҡташымды бындай хәлдә күреп, шул тиклем аптыраным. Хәлдәрен һорашыу менән ул үҙенең яҙмышын тәфсирләп һөйләп алып китте.
– Эй, бәхетле йәшәгән саҡтарым булды бит минең, туғаным. Маратҡа ла яратып сыҡтым. Ул минән өс йәшкә ҙур ине, үҫмер саҡтан дуҫлашып йөрөнөк. Ул армиянан ҡайтҡас, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Хатта һөнәр алырға ла өлгөрмәнем. Минең өсөн иң мөһиме Марат янында булыу ине. Уның ата-әсәһе оло йәштә булғас, улар менән бергә йәшәп алып киттек. Ҡәйнәм менән ҡайным бер-бер артлы донъя ҡуйҙы, уларҙың донъяһына беҙ хужа булып ҡалдыҡ. Марат район үҙәгенә бер ойошмаға водитель булып эшкә урынлашты. Мин бәләкәс улым менән өйҙә ултырҙым. Эшкә сығам тиһәм, берҙән, һөнәрем юҡ ине, икенсенән, ауылда ҡайҙан эш табаһың? Ирем ғаиләһенә һаран булманы, бөтә тапҡанын өйгә алып ҡайтты. Бер генә насар ғәҙәте бар ине – ул эске яғына йомшаҡ булды. Улының тыуған көнө булһа ла, өйҙә эш эшләтһә лә, яңы кейем алһа ла, күптән күрмәгән класташын осратһа ла, йыуыр өсөн сәбәп уға табылып ҡына торҙо. Һуңынан эштән араҡы тотоп ҡайтыу ғәҙәти күренешкә әүерелде. Тәүҙә кистән эсһә лә, иртән эшкә тороп сығып китә ине, һуңынан бармай ҡалыуҙары йышайҙы. Үҙе генә эсеп ҡалмай, мине лә өгөтләй. Иремә күп эләкмәһен, тип уның менән ултырып байрам итә башланым. Хәмер – яратҡан нәмәм түгел ине. Һуңынан үҙем дә был яман ғәҙәткә ылығып киттем. Иремдең араҡы алып ҡайтҡанын көтөп ала башланым. Эскән кешегә араҡынан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Донъяның етешһеҙлектәре лә күренмәй. Хатта бала ла ҡыҙыҡһындырмай...
Беҙҙең парлы күңелле тормош оҙаҡ дауам итмәне. Бер көн иремә ҡаты өйәнәк булып, дауаханаға алып киттеләр. “Тағы ла эсһәң, үләһең” тип ҡайтарҙылар уны. Был уға ныҡ тәьҫир итте. Бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Эске алып ҡайтыу түгел, хатта уның тураһында һөйләргә лә теләмәне. Бер аҙҙан йөк ташыу хеҙмәте буйынса үҙенең эшен асып, эшҡыуар булып китте. Ә мин был яман ғәҙәтемде ташлай алманым. Өйҙә эсергә ярамағас, ауылдың эскән бисәләре янына сығып киттем, улар менән байрам итеп ҡайта инем. Ҡайтмай ҙа ҡалған саҡтарым әҙ булманы. Үҙе мине өгөтләп эскесегә әйләндергән иремә был ғәҙәтем оҡшаманы. Эскемде ташларға өгөтләне, ләкин көсөм етмәне. Иремдең түҙемлеге оҙаҡҡа барманы. Уға эскесе ҡатын кәрәкмәй ине, мине тиңһенмәне.
Бер аҙҙан район үҙәгендә фатир алып, минән айырылып, улым менән шунда күсеп китте , мин ауыл йортонда тороп ҡалдым. Тиҙҙән уның йәш ҡатын алыуы тураһында ишеттем. Ирем булғанда, үҙемде ҡулда тоторға тырыша инем. Ул сығып киткәс, туҡтамай эсә башланым. Иремә эйәреп тәүге тапҡыр рюмка тотҡан мәлем өсөн шул тиклем үкенәм. Ирем эскелек һаҙлығына батмаһын, уға әҙерәк эләкһен тип, үҙем эшлектән сыҡтым. Һауығырға өмөт юҡ. Бауырымда яман сир таптылар. Йәшәр көнөм күп ҡалмаған. Ирҙәре эсергә яратҡан ҡатындарға бер генә кәңәш әйтер инем – минең хатамды ҡабатламағыҙ, тормош иптәшегеҙгә эйәреп хәмер ҡапмағыҙ. Эскелек һаҙлығына төшкәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Минең тормошом һеҙгә һабаҡ булһын, – тине Гөлсинә апай.
Бер нисә айҙан уның мәрхүмә булыуы тураһында ишеттем.
Автор фотоһы.