Йәмғиәт
16 Июнь , 14:15

Рухи мәркәзгә — 120 йыл

Мәҙрәсә арҙаҡлы шәкерттәре менән данлы.

Рухи мәркәзгә — 120 йылРухи мәркәзгә — 120 йыл
Рухи мәркәзгә — 120 йыл

Быйыл көҙ Өфөлә “Ғәлиә-Диниә” мәҙрәсәһе асылыуға 120 йыл тула. Юбилей сараларына Рәсәй, БДБ һәм мосолман илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Был турала мәҙрәсәнең юбилейына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә Юғары мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов белдерҙе.

Ул уҡыу йортоноң ни бары 13 йыл эшләп өлгөргәне хаҡында һөйләне. Ҡыҫҡа ғына дәүерҙә унда күренекле шәхестәр — дипломат, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, башҡорт шағирҙары Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре уҡып сыға. Белем усағының төп үҙенсәлеге шунда: белем биреүҙә, дин менән бер рәттән, теүәл фәндәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Әммә 1917 йылғы Октябрь революцияһына бәйле мәҙрәсә ябыла, ә уның бинаһында йәш эшселәр һәм крәҫтиәндәр мәктәбе асыла.

Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан Рәсәй һәм унан ситтәге мосолмандарҙың рухи мәркәзенә, дини белем үҙәгенә әүерелә. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинов мәҙрәсәнең тиҙ арала уңышҡа өлгәшеүенең сере уға нигеҙ һалған мәғрифәтсе Зыя Камалиға бәйле булыуын билдәләне.

“Зыя Камали – илебеҙ тарихында бөйөк дин белгестәренең береһе. Ул һәм шул дәүерҙең башҡа дин әһелдәре Башҡортостанда ғына түгел, Урта Азияла һәм Кавказда кадрҙар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә, улар араһында илебеҙҙә мосолмандарҙың рухи, ижтимағи тормошона ғәйәт ҙур йоғонто яһаған лайыҡлы ғалимдар күп”, — тине Тәлғәт Тажетдин.

Педагогика фәндәре докторы, профессор Таһир Әминев һүҙҙәренсә, белем усағында көслө уҡытыусылар коллективы булған, үҙҙәре китаптар, методик ҡулланмалар яҙған. Төплө, фәнни нигеҙле был әсбаптар хатта юғары уҡыу йорттарында ла ҡулланылған, тине профессор. Мәҙрәсәнең уҡыу программаһына, дин менән бер рәттән, математика, география, тәбиғәтте өйрәнеү, астрономия кеүек фәндәр индерелгән. Уҡыу йортоноң үҙ гәзите булған, кистәрен талантлы шәкерттәр төрлө тамашалар ойошторған. Шуға ла Рәсәйҙән һәм күрше илдәрҙән мосолмандар тап ошо мәҙрәсәлә белем алырға ынтылған.

1989 йылда коммунистик идеология тарҡалып, дингә ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлгәс, “Ғәлиә-Диниә” мәҙрәсәһе тергеҙелә. Йәнә уҡыу йорто Рәсәйҙең дини белем биреү үҙәктәренең береһенә әүерелә. СССР Министрҙар кабинетының дин эштәре буйынса советы ҡарары нигеҙендә Өфөлә Европа СССР һәм Себер мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы беренсе юғары уҡыу йорто — имамдар һәм дин әһелдәре әҙерләү буйынса ике йыллыҡ мәҙрәсә асыла.

2001 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән мәҙрәсәнең бинаһы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына ҡайтарыла. Шулай итеп, абруйлы уҡыу йорто буласаҡ Рәсәй ислам университеты менән берләшә.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бина төҙөкләндерелә, яңы йыһаздар һатып алына, белем биреү эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн кәрәкле матди-техник ресурстар, инфраструктура булдырыла. Бында Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге ислам институты күсерелә. Уның йылдам үҫеше Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетын булдырырға мөмкинлек бирә.

Һуңғы ике тиҫтә йылда “Ғәлиә-Диниә” совет осоронда һаҡланып ҡалған мәҙрәсәнән ҙур университетҡа тиклем үҫеп, Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең мосолман ойошмалары өсөн 1000-дән ашыу имам-хатип әҙерләгән тәүге юғары уҡыу йортона әүерелә.

Бөгөн мәҙрәсә-университет алдында мөһим бурыстар тора. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев төбәктә урындағы мосолман ойошмалары өсөн кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелеүен билдәләне. Уның әйтеүенсә, йылына 100-ҙән ашыу белгес талап ителә, ә дини уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың яҡынса яртыһы – ҡатын-ҡыҙ.

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин был теманы дауам итеп, республикала мәҙрәсә тамамлаған имамдарҙың күпселеге оло йәштә булыуын, йәш дин әһелдәренең етешмәүен билдәләне. “Совет осоронда Башҡортостанда ни бары 16 мәсет ине, шул ваҡыттан алып хәҙер улар 1500-гә тиклем етте. Беҙгә кадрҙар кәрәк, бында экстремистик һәм радикаль хәрәкәттәр таралмаһын өсөн беҙҙең ойошмаларҙа хеҙмәт итә алырлыҡ белгестәр әҙерләү мөһим”, — ти Тәлғәт Тажетдин.

Әйткәндәй, йәш кадрҙар әҙерләү өсөн мәҙрәсәнең тарихи бинаһында капиталь ремонт үтәсәк, бынан тыш, яңы корпус төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй ислам университеты ректоры Ғүмәр Тажетдинов белдерҙе.

“Беҙҙең Рәсәй ислам университеты “Ғәлиә-Диниә” мәҙрәсәһе тарафынан булдырылған дини белем биреү традицияларын дауам итә һәм илдә иң яҡшы биш ислам университеты иҫәбендә”, — тине Ғүмәр Тажетдинов.

Фото: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас