Йәмғиәт
16 Июня , 13:00

Журналистар - төп таяныс

Бөгөн Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.

Журналистар - төп таянысЖурналистар - төп таяныс
Журналистар - төп таяныс

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы бөтә республиканан журналистарҙы йыйҙы. Бында V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте. Сарала 300-ҙән ашыу кеше – дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар йыйылды.

Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев мөрәжәғәт итте. Бөгөн тармаҡта ике мең ярым кеше эшләй, улар — радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре, тип билдәләне ул. Уларҙың барыһы ла бер дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн эшләй: республика халҡының тормошон имен итеү һәм уларҙы ваҡытында ышаныслы тикшерелгән мәғлүмәт менән тәьмин итеү.

– Беҙ һеҙҙең менән юғары конкуренция дәүерендә йәшәйбеҙ. Ҡасандыр беҙ генә мәғлүмәт менән тәьмин итеүсе инек, һәм беҙҙе генә ҡаранылар. Ләкин яйлап интернет, сайттар барлыҡҡа килә, һуңынан социаль селтәрҙәр, агрегаторҙар килеп сыҡты. Бөгөн беҙ технологиялар дәүеренә инәбеҙ һәм яһалма зиһен дәүерендә йәшәйбеҙ, — тине ведомство етәксеһе.

Уның күҙәтеүҙәре буйынса, хәҙер яңы этап башлана: аудитория киренән традицион киң мәғлүмәт сараларына ҡайта. Сөнки беҙҙә – тикшерелгән һәм дөрөҫ мәғлүмәт.

Медиайыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул пленар ултырыш алдынан быйыл юбилейҙарын билдәләгән киң мәғлүмәт сараларының күргәҙмәһен ҡараны. Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте составына ингән алты телдә 146 гәзит һәм журнал нәшер ителә, тине. Был — 25 республика гәзите һәм 121 муниципаль баҫма. Ул – төбәктең иң ҙур медиахолдингы. Ул 62 филиалды, шул иҫәптән ете типографияны берләштерә, һәм 1500-ҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйындың пленар ултырышында республиканың бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Беҙ, ысынлап та, бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Һуңынан был ваҡыт тураһында легендалар һөйләйәсәктәр. Беҙ һеҙҙең менән еңел булмаған ковидтан саҡ сыҡтыҡ. Кемдер биреште, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итте, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен башҡарҙы. Һәм бына ике мең ярым журналист, мөхәррир, нәшриәтсе армияһы үҙ эшен тыныс ҡына башҡара. Һеҙ ныҡлы тышлыҡ булдыраһығыҙ, уның эсендә беҙ, башҡарма органдар, үҙ эшебеҙ менән тыныс шөғөлләнә һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итә алабыҙ. “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән беҙҙең дөйөм девизды һайлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы үҙенең нисек итеп быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенә әҙерләнгәнен һөйләне.

– Тема яһалма зиһенгә арналды һәм барыһы ла бының өсөн әҙер ине. Тик эстә һорау тыуҙы, ә бөгөн ошо тема иң мөһимеме? Сөнки Мөрәжәғәтнамә иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Ә бөгөн иң мөһиме нимә? Беҙ Хөкүмәт менән оҙаҡ фекер алыштыҡ, Андрей Назаров менән сәғәттәр буйы ултырҙыҡ. Һәм беҙҙә мобилизация Мөрәжәғәтнамәһе кәрәк тигән идея тыуҙы. Һәм “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән Мөрәжәғәтнамә бер төн эсендә тиерлек яҙылды. Һөҙөмтәлә дөрөҫ темаға эләктек. Беҙгә был осорҙо лайыҡлы үтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы журналистар менән асыҡтан-асыҡ һөйләште һәм бөгөнгө проблемалар тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, әле республикабыҙ хәүеф аҫтында һәм дошмандар өсөн сәп булып тора. Әммә, уның һүҙҙәренсә, республика хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса етди эш алып бара.

Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү масштабы һәм уларҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға һәм социалләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә.

– Беҙҙә күп егеттәр һуғыша. Дүрт меңгә яҡыны өйөнә ҡайтҡан, уларҙың меңе — инвалид. Барыбыҙ өсөн дә ҙур бурыс — егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылау һәм уларға яңы тормош башларға ярҙам итеү. Беҙ егеттәрҙең 75 процентын эшкә урынлаштырҙыҡ, – тип билдәләне ул.

Бөгөн төп бурыс — алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү, тине төбәк етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, көрәшселәр өсөн иғтибар һәм хәстәрлек айырыуса мөһим, һәм был йәһәттән журналистар ҙур роль уйнай.

– Беҙҙең егеттәр журналистар килһә, бик ҡыуана, –  тип яугирҙәрҙең һүҙҙәрен еткерҙе ул.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан халҡының хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө. Күп һанлы видеоматериалдар архивҡа тапшырыла, һанлаштырыла, мәғлүмәт базаһы формалаша, ул хәтерҙе һаҡлау өсөн нигеҙ булып тора.

Республикала хәрби хәбәрселәр тураһында закон ғәмәлдә – Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәрҙең статусын һәм уларға һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы сараларын нығытыусы беренсе документ. Башҡортостан Башлығы хәрби хәбәрселәргә уларҙың эше өсөн рәхмәт әйтте.

Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә МХО биләмәһенә барыуҙы тыйыуы тураһында ла әйтте. Был – хәүефһеҙлек сараһы.

– Беренсенән, уларҙың шөғөлләнер эше күп, — тине Башҡортостан Башлығы. – Икенсенән, унда хәл бик ҡатмарлы. Бөгөн унда хәрби хәбәрселәр ҙә, муниципаль, республика, федераль власть вәкилдәре лә бар, уларҙың барыһы ла дошман өсөн - сәп.

Республика етәксеһе дошмандың мәкерле һәм хәүефле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм барыһын да һаҡ булырға саҡырҙы. Ул журналистар берләшмәһенә айырыуса иғтибар бүлде, баҫма һәм редакция етәкселәрен хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә яуаплы ҡарарға ҡушты.

Радий Хәбиров сығышы һуңында алдынғы хеҙмәткәәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Артабан эш тематик майҙансыҡтарҙа дауам итте. “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!" секцияһында махсус хәрби операция шарттарында журналистарҙың эшен, патриотик тәрбиәне һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙы тикшерҙеләр.

Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге майҙансығында һүҙ йәштәрҙе интернеттағы деструктив йоғонтонан һаҡлау, экстремизмға һәм заманса мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу хаҡында барҙы.

Айырым секция эше яһалма зиһенгә бағышланды. Эксперттар яңы технологияларҙың нисек итеп редакцияларға контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәне.

 

Фото: "Башинформ". 

 

Журналистар - төп таяныс
Журналистар - төп таяныс
Журналистар - төп таяныс
Журналистар - төп таяныс
Журналистар - төп таяныс
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас