Йәмғиәт
16 Июнь , 21:30

"Башҡорт хужабикәһе" үгәй ҡыҙына ҙур бүләк яһаны

"Миңә бер ҡасан да бындай ҙур бүләк биргәндәре юҡ ине. Илайым", - тине ул.

"Башҡорт хужабикәһе" үгәй ҡыҙына ҙур бүләк яһаны"Башҡорт хужабикәһе" үгәй ҡыҙына ҙур бүләк яһаны
"Башҡорт хужабикәһе" үгәй ҡыҙына ҙур бүләк яһаны

Күптәр билдәле блогер “Башҡорт хужабикәһе”нең тормошон күҙәтеп бара. Кисә ул ғаиләләрендәге яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Миләүшә иренең тәүге никахтан булған ҡыҙы Аделинаға Өфөнән фатир бүләк итте. Был ваҡиғаны ҡыҙ ҙа, уның бөтә яҡындары ла бик ҡыуанып, шатлыҡтан илашып ҡабул итте.

“Башҡорт хужабикәһе” әйтеүенсә, уға яҙылыусылары йыш ҡына “ни өсөн үҙ ҡыҙыңа фатир алдығыҙ, ә үгәй ҡыҙыңа юҡ” тип яҙған. Хәҙер ул былай тип әйткән кешеләрҙең ауыҙын япты. Аделинаға ике бүлмәле өр-яңы фатир бүләк иттеләр. Был бүләк бер нисә йыл элек алынған булған, ләкин улар йорттоң төҙөлөп бөтөп, асҡысын биреүҙәрен көткән. Миләүшә сюрприз булһын өсөн был турала бер кемгә лә әйтмәүҙе һораған. Әйткәндәй, фатир ипотекала.

“Беҙҙән фатир, әсәйеңдәр ремонт эшләргә ярҙам итер инде”, - тине Миләүшә. Ҡыҙ быға ихлас ризалашты. "Миңә бер ҡасан да бындай ҙур бүләк яһағандары юҡ ине. Илайым", - тине ул. 

Афарин, Миләүшә. Яҡындарыңды ҡыуандырыр мөмкинлектәрең күберәк булһын!

 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас