Йәмғиәт
16 Июнь , 21:45

Әхирәтем “иреңдән айырыл” тип өгөтләй...

Ул үҙе күптән инде яңғыҙ йәшәй. “Ас тамағым – тыныс ҡолағым. Рәхәтләнеп йәшәйем. Бөгөнгө заманда ир нимәгә ул?!” – ти гел генә.

Әхирәтем “иреңдән айырыл” тип өгөтләй...Әхирәтем “иреңдән айырыл” тип өгөтләй...
Әхирәтем “иреңдән айырыл” тип өгөтләй...

Миңсара әхирәтем менән күршеләр булып үҫтек. Ул минән ике генә айға бәләкәй. Миңә Гөлсара тип исем ҡушҡас, “Беҙҙекенең миңе бар, Миңсара булһын”, – тип, атаһы менән әсәһе исемде лә минекенә оҡшатып һайлаған.

Бына шулай, игеҙәк шикелле генә үҫтек, бергә мәктәпкә барҙыҡ, бергә клубҡа дискотекаларға йөрөнөк. Мәктәпте тамамлағас, икәүләп педагогия училищеһына уҡырға индек. Ул иртәрәк – 20 йәшендә, мин бер аҙ һуңыраҡ – 26-ла кейәүгә сыҡтыҡ. Әхирәтем ире менән ҡалала төпләнде, ике балаға әсәй булды. Мин ауылда ҡалдым, өс бала үҫтерҙек.  

Миңсара менән әле лә аралашып йәшәйбеҙ, арабыҙ һыуынғаны юҡ. Ауылға ҡайтҡанында йүгереп килеп етә. Ҡалаға юл төшһә, мин дә күрешергә тырышам.

Миңсара миңә ҡарағанда күпкә тәүәккәлерәк, тиҙ уйлай, тиҙ эшләй торған заттан. Ире насар кеше түгел ине, әммә ун йылдан ашыу йәшәгәс, айырылыштылар. Тормошомдо артҡа һөйрәгән кеше миңә нимәгә ул, тип кенә ҡуйҙы. Ире төҙөлөштә эшләй ине, аҙыраҡ эсергә яратһа ла, ҡулы алтын ине. Айраты, тегеләй-былай һуғылып йөрөп, 40-ты үтер-үтмәҫтән мәрхүм булып ҡуйҙы.

Йылғыр әхирәтем балаларын да аяҡҡа баҫтырҙы, фатирын да алды, машина ла йөрөтә. Әллә ниндәй селтәрле бизнестарҙа аҡса эшләргә лә, диңгеҙ буйында ял итергә лә өлгөрә. Сәйәхәт итергә ярата.

Ауылға ҡайтҡан һайын мине шелтәләп, дөрөҫ йәшәмәүҙә ғәйепләй. Минең ир ҙә төшөрөргә әүәҫ. Вахта ысулы менән бер ай эшләй, бер ай ял итә, әммә ялы башлыса эскелек менән үтә. Көс-хәл менән айнытып алам, шунан саҡ йорт-ҡура тирәһендәге эштәргә тотона. Ул арала кире китергә ваҡыты ла етә.

Минең нисек йәшәгәнемде белгән әхирәтем һәр ваҡыт: “дөрөҫ йәшәмәйһең”, “үҙеңде яратмайһың”, “йәшәүҙең ҡәҙерен белмәйһең”, ти. Бәлки, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр? Беҙгә лә бит тиҙҙән 55 йәш тула. Балалар үҙаллы инде, өлкәндәре ғаилә ҡорҙо, кинйәбеҙ ҙә эшләп йөрөй. Нимә күрҙем, нимәләргә өлгәштем, тип уйланып алам...

Ауылда мәктәп ябылып, күптән инде эшһеҙ ҡалдым. Әхирәтем үҙе янына ҡалаға саҡыра. Эше лә, йәшәргә урыны ла буласаҡ, үҙең өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк, ай буйы эскән иргә ҡарап ятма, ти. Ә мин ҡорған донъямды туҙҙырырға йәлләйем. Балаларым тыуған йортона ҡайтып йөрөһөн, тием. Минең хәлдә ҡалһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ?

 

Һеҙҙән кәңәштәр көтөп – Гөлсара.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. (Был фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас