

Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының "Бөтәһе лә Еңеү өсөн!" V медиафорумында пленар ултырыш ойошторолдо, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медиасфераны үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы – дәүләт сәйәсәтен һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеген алға этәреү, – тине Радий Фәрит улы. – Дөрөҫ һәм ышаныслы булһын, иң мөһиме, халыҡты республикабыҙҙағы хәл-торош менән таныштырып барыу. Киң мәғлүмәт саралары – беҙҙең төп партнерыбыҙ. Беҙҙә хәрби журналистарҙың эше яҡшы көйләнгән.
Фото: Илдар Аҡъюлов.