

Быйыл Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте тармағы булдырылыуға 35 йыл тула. Был өлкә республика Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибары үҙәгендә. Төбәк етәксеһе йәштәрҙең ҙур сараларында даими ҡатнаша, осрашыуҙар уҙғара, яҡшы башланғыстарҙы хуплай, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Өлкәлә эшмәкәрлекте көсәйтеү маҡсатынан сығып, республикала былтыр Йәштәр сәйәсәте министрлығы ла булдырылды.
Федераль рейтингта – лидер
Тармаҡҡа бәйле төрлө саралар даими уҙғарыла. Мәҫәлән, күптән түгел Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студент кампусының Геном үҙәгендә Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ирекмәнлекте, Беренселәр хәрәкәте менән бәйләнеште, студент отрядтарын үҫтереү буйынса координация советтарының ултырышы булды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Сарала билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тармаҡ үҫеше өсөн яҡшы инфраструктура булдырыу дауам итә. 2025 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республика Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Рәсәйҙең ҙур субъекттары араһында төҙөгән рейтингында өсөнсө урын яуланы.
– Был, һис шикһеҙ, юғары ҡаҙаныш, – тип билдәләй спикер, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Азат Килсенбаев. – Әүҙем алып барылған эшебеҙҙең ыңғай һөҙөмтәһе баһаланды, раҫланды. Республикабыҙҙа 14 – 35 йәшлек 1 миллион 57 меңдән ашыу граждан иҫәпләнә – дөйөм халыҡтың 26 проценты. Уларға төрлө яҡлап үҫеү өсөн заманса инфраструктура булдырыла, белем биреү, илһөйәрлек, ирекмәнлек, кадрҙар проекттары тормошҡа ашырыла.
Азат Салауат улы билдәләүенсә, республикала 67 йәштәр сәйәсәте учреждениеһы бар, улар 179 йәштәр үҙәген берләштерә. Тармаҡта муниципаль һәм төбәк кимәлендәге 1,5 мең белгес эшләй.
– Республикала “Йәшлек-төбәк” йәштәр киңлеген яңыртыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, – ти спикер. – Был киңлектә аралашыу, белем алыу, яңы башланғыстар буйынса эшләү өсөн заманса майҙансыҡтар төҙөлә. Әйткәндәй, республикабыҙ – илдә йәштәр сәйәсәте тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамын булдырған тәүге төбәк.
“Беренселәр хәрәкәте”, ирекмәнлек, студент отрядтары...
Республика йәштәрҙең иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында. Алда әйтелгәнсә, ул, тармаҡ сәйәсәтен уңышлы тормошҡа ашырыуы арҡаһында, былтыр Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ рейтингында өсөнсө баҫҡысты биләне. Бынан тыш, республика ирекмәнлекте үҫтереү йәһәтенән дә лидерҙар рәтендә.
Мәҫәлән, “Беренселәр хәрәкәте” берләшмәһенең Башҡортостандағы бүлексәһе – илдә иң әүҙемдәрҙең береһе. Республика уның проекттарында даими ҡатнаша.
– Беҙҙә “Беренселәр хәрәкәте”нең 2241 беренсел бүлексәһе бар, – ти спикер Азат Килсенбаев. – Был эшкә йәлеп ителгәндәр 2023 йылда 105 мең ине, быйыл 365 меңгә етте. “Беренселәр хәрәкәте” проекттарында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса илдә тәүгеләр рәтендәбеҙ. Быйыл республика, иң яҡшы беренсел бүлексәләр конкурсына ярашлы, был өлкәгә аҡса йәлеп итеү күләме буйынса Рәсәйҙә беренсе урын яуланы.
Ирекмәнлек Башҡортостанда йәмәғәт тормошоноң мөһим өлөшөнә әйләнде. Был хәрәкәт һуңғы йылдарҙағы һынауҙарҙа айырыуса көсәйҙе. Республикала 199 меңдән ашыу ирекмән теркәлгән. Улар федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә булышлыҡ ҡыла, гуманитар ярҙам йыйыу эштәрендә ҡатнаша, зыян күргән биләмәләр халҡын хәстәрләй һ.б. Республикала шулай уҡ 26 “Добро.Центр” үҙәге бар, студент отрядтарында 11,8 мең кеше иҫәпләнә.
Төбәктә йәш быуынға гражданлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, остаздарҙы дәртләндереүгә, иҫкәртеү эштәрен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән проекттар тормошҡа ашырыла. Йәштәрҙе йәмғиәткә файҙалы хеҙмәткә йәлеп итеү, ирекмәнлек башланғыстарын үҫтереү, тарихи хәтерҙе һаҡлау, илдең, республиканың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү бурыстарына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Ошо нигеҙҙә киләсәк быуын әүҙем, илһөйәр итеп тәрбиәләнә. Йәштәрҙе һөнәри йәһәттән үҫтереүҙә студент отрядтары мөһим механизмға әйләнә бара.
-----------------
Бөгөн Башҡортостандың студент отрядтары составында 11,8 мең кеше иҫәпләнә. Был һанды йыл аҙағына 13 меңгә еткереү ҡаралған.
Студенттар һәм уҡыусылар эшсе һөнәрҙәренә уҡып, тәүге тәжрибә ала, проекттарҙа ҡатнаша. 2025 йылда 10,5 меңдән ашыу йәш кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Быйыл был йүнәлеште киңәйтеү планлаштырылған.
----------------------
Республика Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттарын йәлеп итеүҙә лидерҙар рәтендә. 2025 йылғы һөҙөмтә күрһәтеүенсә, Башҡортостан йәштәре дөйөм суммаһы 85 миллион һумлыҡ 119 грант отҡан. Тимәк, уларҙың үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырыла.
Республикала йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙың комплекслы системаһы булдырылған. Ул социаль проектлауҙы, белем биреү программалары, форумдар үткәреүҙе, уңышлы проекттар авторҙарына ярҙам итеүҙе һ.б. үҙ эсенә ала.
Олег Яровиков фотоһы.