

Радиожурналист Йәмил Ишмөхәмәтовтың ғаиләһендә өсөнсө бала тыуған. Уға бер нисә вариант һайлап та, ҡапыл икенсе исем - Мәрйәм тип ҡушалар. Ниңәме?
"Мин, ғөмүмән, малай көткәйнем. Малайҙың исеме билдәле ине. Ҡапыл да ҡыҙ тыуһа тип, бер нисә вариант һайланып ҡуйғайны. Улар араһында Алтын, Бүләк, Ҡарлуғас, Һандуғас кеүегерәк исемдәр бар ине. Барыһы ла матур, Иркә тигәне бигерәк тә оҡшап, күңелгә ятҡайны. Әммә ҡайһы бер башҡортса исемдәрҙең русса яңғырашы насарыраҡ, шуға күрә ҡайһы берҙәренән баш тартырға тура килде.
Ә Мәрйәм исемен ҡушыу тарихы былайыраҡ булды. Эштәге коллегам минән "Инжил" китабын һораны. Уны алам тип кәштәгә үрелгәйнем, китаптың икенсе бите асылды һәм унда "Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Мәрйәм" тип яҙылған ине. Уға күҙ төшкәс, ысынлап та, матур исем, тип уйлап ҡуйҙым. Беренсенән, Ҡөрьәндә телгә алынған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ исеме. Икенсенән, русса исем-шәрифтең баш хәрефтәрен уҡып ҡараһаң, "имя" һүҙе килеп сыға: Ишмухаметова Марьям Ямиловна.
Шул китаптар араһында Үҫәргән ырыуы тарихы тураһындағы китап та тора ине. Ҡыҙыҡһындым. Бәлки, үҙемдең ырыуҙа матур ҡатын-ҡыҙ исемдәре барҙыр тинем. Уның уртаһын асҡайным, Мәрйәм Бураҡаеваның фотоһы тора ине. Ил инәһенә арнап исем ҡушыу ҙа минең өсөн ҙур мәртәбә һәм Мәрйәм инәйгә оло хөрмәт билдәһе. Бына ошо шарттар тура килде лә, тормошобоҙҙоң йәме, ғаиләбеҙҙең нуры булһын тип, Мәрйәм тип исем ҡуштыҡ", - тип һөйләй Йәмил Ишмөхәмәтов.
Ни булһа ла, бәпес иҫән-һау, бәхетле бала булып үҫһен! Ғаиләгә именлек, татыулыҡ теләйбеҙ.
Фото: Й. Ишмөхәмәтовтың шәхси архивынан.