Йәмғиәт
20 Июня , 19:20

Дүрт кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәбе асыҡланды

"Ашығыс ярҙам" машинаһында 26 йәшлек табип-педиатр, 36 йәшлек шәфҡәт туташы һәм 41 йәшлек водитель Өфөнән ҡайтып барған. Бәхетһеҙлеккә күрә, рулдәге ир үҙенең 20 йәшлек студент ҡыҙын да алып ҡайтырға тип ултыртып ала...

Дүрт кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәбе асыҡландыДүрт кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәбе асыҡланды
Дүрт кешенең ғүмерен өҙгән аварияның яҡынса сәбәбе асыҡланды

18 июндә Кропачево — Мәсәғүт — Әчит юлында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы булды. "Ашығыс ярҙам" машинаһы аварияға осрап, салондағы өс кеше шунда уҡ һәләк була, водителе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. 

Әле  ваҡиғаға асыҡлыҡ индерелде. Яҡынса сәбәптәре асыҡланды. 

"Ашығыс ярҙам" машинаһында медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөнән һөнәри байрамдарына арналған тантаналы сара-бүләкләүҙән ҡайтып барған. Һәм медицина транспорты светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған еңел һәм йөк машиналарына барып бәрелә. Бәрелеш шул тиклем көслө була: өс ҡатын-ҡыҙ - Мәсәғүт дауаханаһының 26 йәшлек табип-педиатры, ошо уҡ Дыуан районынан 36 йәшлек шәфҡәт туташы һәм водителдең 20 йәшлек студент ҡыҙы урында һәләк була. 41 йәшлек водитель ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Әммә һуңғараҡ ул да вафат була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай кеше Өфөнән өйгә алып ҡайтырға тип студент ҡыҙын да ултыртып алған була шул... Ә һәләкәттең яҡынса сәбәбе - юл ремонтлау арҡаһында был урында ваҡытлыса светофор ҡуйылыуында. Күрәһең, элек был урында светофор булмағас, бындай тотҡарлыҡты көтмәгән водитель алда машиналар туҡтап тороуын белмәй...

Хәл тикшерелә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Йәй көнө күп кенә юлдарҙа ремонт бара. Хәрәкәт сикләнә, тығындар барлыҡҡа килә. Иғтибарлы булығыҙ һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ.

 

Фото: МЧС.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас