Йәмғиәт
21 Июня , 12:00

"Тормошто гөлгә күмергә ынтылайыҡ"

“Йәйҙең йәме – сәскәләрҙә” конкурсында – Әбйәлил районынан Илсиә Атауллина.

"Тормошто гөлгә күмергә ынтылайыҡ""Тормошто гөлгә күмергә ынтылайыҡ"
"Тормошто гөлгә күмергә ынтылайыҡ"

– Баҡсала ла, ғаиләләге кеүек, ишлелек булырға тейеш тигән уйҙамын. Шуға ла мул сәсәм, күп йыллыҡ сәскәләргә өҫтөнлөк бирәм. Улар матурлығы ғына түгел, һалҡынға сыҙамлылығы, бирешмәүсәнлеге менән дә һоҡландыра, яраттыра. Тәбиғәт беҙгә бындай өлгөнө юҡҡа тыуҙырмаған. Ташты ярып килеп сыҡҡан сәскәләр була бит! Эйе, күңелде наҙлап ҡына ҡалмай, тормош һабағы ла бирә беҙгә үҫемлектәр донъяһы, – ти конкурсантыбыҙ Илсиә Атауллина.

Ул – Әбйәлил районының Ишҡол ауылы ҡыҙы. Ишле ғаиләлә үҫә. Атайҙары иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, 40 йәшкә лә етмәй тол ҡалған әсәйҙәренә биш баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Бөтә эш төрҙәрен белеп, хәләл хеҙмәт аша тапҡанға таяныу зарурлығын белеп үҫтек, – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы. – Ишле ғаиләнең көсө баһалап бөткөһөҙ. Бер-береңдең ҡәҙерен беләһең, һүҙһеҙ ярҙамға ашығаһың, туғандарыңдың эске кисерештәрен күҙ ҡарашынан уҡ аңлайһың. Яҡындарыңа кәрәклегеңде тойоп йәшәйһең, үҙеңә генә түгел, уларға ла яҡшы булһын тип тырышаһың. Ошо бәрәкәттә уй-ниәттәр яҡтыра, тормошто гөлгә күмеү ынтылышы алға әйҙәй, ырыҫ ҡоласын йәйә”.

Ишҡол урта мәктәбен тамамлағас, ул 1983 – 1988 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетында белем ала. Унан Бөтә Союз йүнəлтмəһе буйынса Новосибирск өлкәһендә уҡыта. 1991 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, Йәнгел урта мәктәбендә эшләй.

Артабанғы хеҙмәт юлы иһә Ташбулат урта мәктәбе менән бәйле. Унда 1999 йылдан алып 2023 йылға ҡәҙәр химия һәм биология фәндәрен уҡытып, хаҡлы ялға сыға. “Әммә оҙаҡ ял итә алманым. Уҡытыусылар етмәү сәбәпле, быйыл Күсем руднигы мәктәбенә химия һәм биология фәндәренән белем бирергә саҡырҙылар”, – ти юғары категориялы уҡытыусы, педагогика хеҙмәте ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илсиә Атауллина. Ул намыҫлы хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн республика Мәғариф министрлығының, райондың маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән дә бүләкләнгән.

– Ирем Әбйәлил районының Күсем ауылыныҡы, юғары белемле ветеринар табип. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, уларға юғары белем алырға ярҙам иттек, – ти Илсиә Ишбулат ҡыҙы. – Ирем инде 15 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ менəн шөғөлләнә. Баҡсаны тәрбиәләүҙә уның ярҙамы бик ҙур. Сәскә генә түгел, күп итеп йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүем һөнәремә лә бәйлелер. Биология уҡытыусыһы икәнһең, һис һүҙһеҙ, тирә-яҡ мөхитте, йәшеллекте һөйөүең менән өлгө күрһәтеп йәшәүең дә зарур. Балаларға иң ҙур тәрбиә матурлыҡ аша һалына.

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Йәйҙең йәме – сәскәләрҙә” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ.

 

Фотолар: И. Атауллинаның шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan    

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас