Йәмғиәт
22 Июнь , 05:00

Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан

Бөрйән районының Һарғая ауылында тыуып-үҫкән, хәҙер инде төрлө яҡтарҙа йәшәүсе инәйҙәрҙе, апайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы йыйған был байрам

Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡанҺарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан

Бөрйән районының Һарғая ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" исемле байрам үткән. Байрамға ошо ауылда тыуып-үҫкән, хәҙер инде төрлө яҡтарҙа йәшәгән инәйҙәр, апайҙар һәм ҡыҙҙар ашҡынып ҡайтҡан.


Ҡолғана ауылы хакимиәте башлығы Сәғит Яҡупов байрам ҡотлауы еткергәндән һуң, әрүахтарға бағышланған ҡорбан салынған, ҡунаҡтар ҡорбан ашынан ауыҙ иткән.


"Ҡунаҡтарыбыҙ менән ауылыбыҙға ҡабатланмаҫ хәтирәләр, моңдар, йәшлек үҙе ҡунаҡҡа ҡайтты. Бала саҡта уйнап үҫкән уйындарҙы хәтерләп, йәш саҡта гиҙгән урман-ҡырҙарҙы буйлап, көйәнтәләп һыу ташып эскән улаҡҡа һыуға барыу үҙе бер ғүмер булып ҡына иҫтә ҡалһын. Был байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән ауылым ҡыҙҙарына, Ҡолғана ауылы хәкимиәте башлығы Сәғит Мөхәмәтша улы  Яҡуповҡа, "Тамьян гәүһәрҙәре" халыҡ ансамбле ҡыҙҙарына, музыкаль сәләм менән ҡотлаусы Мөхәмәт Килдейәровҡа, Белорет районы Сосновка ауылынан Камила Әбделғазинаға Һәм Нәркәс Баһауетдиноваға, һәр яҡтан ярҙам ҡулын һуҙыусы апай - һеңлеләргә ҙур рәхмәт",- тип яҙған Һарғая ауылының ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Фирүзә Ғәбитова.

Фото һәм сығанаҡ: Фирүзә Ғәбитова

Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Һарғаяға ҡыҙҙар ҡайтҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас