Йәмғиәт
21 Июнь , 19:30

“Ҡайным улыбыҙҙың бала сағын урлай”

Ә ирем... Ул бер ниндәй ҙә проблема күрмәй. “Ул бит атайым”, ти. Хәҙер әҙ генә дауалайбыҙ ҙа, барыһы ла элекке кеүек яҡшы булыр тип уйлай. Юҡ, булмаясаҡ!

“Ҡайным улыбыҙҙың бала сағын урлай”“Ҡайным улыбыҙҙың бала сағын урлай”
“Ҡайным улыбыҙҙың бала сағын урлай”

Бик ауыр хәлдә ҡалдым. Ҡайным ауылда яңғыҙы йәшәй ине, ҡәйнәм биш йыл элек үлеп ҡалды. Һуңғы өс йылда ул ныҡлы биреште һәм сирләй башланы. Табиптарға йөрөткәс, уның деменция менән сирләүен белдек. Быйыл яҙ хәле бөтөнләй ауыр булғас, ирем уны беҙгә алып ҡайтты.

Беҙ Өфөлә ике бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Йортобоҙ бик ҙур булмаһа ла, иремдең атаһы булғас, күсеп килеренә ризалаштым. Һәм бик ҙур хата яһағанымды аңланым. Ҡайным ваҡыты менән үҙен белмәй, беҙҙе танымай. Өйҙө емерә, төнө буйы йоҡламай йөрөй, йә сығып китә, йә һыуҙы һүндермәй, оло ярауын стеналарға һөртә... Тауышланыуына күршеләр ялыу итә, бер нисә тапҡыр полиция һәм участковый килде. Һәм быларҙың барыһы ла ни бары өс ай эсендә.

Иң ҡурҡынысы – биш йәшлек улыбыҙ унан ҡурҡа. Ул йоҡлай алмай, тотлоға, уйынсыҡтарын йәшерә, олатаһынан ҡурҡа. Йөрәгем өҙгөләнә, тик бер нимә лә эшләй алмайым.

Ә ирем... Ул бер ниндәй ҙә проблема күрмәй. “Ул бит атайым”, ти. Хәҙер әҙ генә дауалайбыҙ ҙа, барыһы ла элекке кеүек яҡшы булыр тип уйлай. Юҡ, булмаясаҡ! Сирле ҡайным арҡаһында балам тыныс йәшәй алмай.

Ирем мине эгоист ти. Ләкин баламдың психикаһы боҙолоуон башҡаса күтәрә алмайым. Йә атаһын интернатҡа бирһен, йә баламды алып мин китәм.

Беҙ яҡшы, татыу ғаилә инек, бер-беребеҙҙе яратып, аңлашып йәшәнек. Тик сирле ҡартты йәлләү баламды ла сиргә һабыштырыу һәм баласағын юҡ итеүгә килтерергә тейеш түгел.

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәре). 

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас