

“Ирем менән айырылышып йөрөйбөҙ. Ғариза бирелгән, донъя бүленгән, тиһәң дә була. Бер бүлмәле фатирыбыҙ бар, уны Әсәлек капиталын ҡулланып алдыҡ. Миңә өйләнгәнгә тиклем үк ир ер участкаһы алған ине, шунда әллә нисә йыл буйы тырышып-тырмашып йорт төҙөнөк. Мин башта белмәнем, баҡтиһәң, ер ҡәйнәм исемендә булған икән.
Өй төҙөүҙең нимә икәнен, күпме аҡса, көс, нервы киткәнен төҙөгән кеше генә белә. Бына шул өй төҙөлөп бөткәс, ир уны ла ҡәйнә исеменә яҙҙырған. “Әсәй – хеҙмәт ветераны, һалымдары аҙыраҡ була, льготалары бар, беҙгә шулай отошлораҡ”, – тине. Әлбиттә, был миңә оҡшаманы. Ирешеп, талашыуҙан файҙа булманы, ир үҙ һүҙенән ҡайтманы. Ҡәйнә лә: “Йәшәгеҙ, һеҙҙе бер кем дә урамға ҡыуып сығарырға уйламай, барыбер һеҙгә ҡала”, – тип кенә ҡуйҙы.
Йорт өсөн генә түгел, ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда тормошобоҙҙоң рәте юҡ һәм бына айырылышыуға барып еттек. “Закон буйынса был йортта өлөшөң юҡ. Балалар менән һиңә фатирҙы бирәм, йорт өсөн талашып, судлашып йөрөйһө булма”, – ти ир. Хрущевкалағы бер бүлмәле фатир менән 140 кв.метрлы йорттоң хаҡы араһындағы айырманы һәр берегеҙ аңлайҙыр.
Ғөмүмән, ир ҙә, ҡәйнә лә бигерәк ҡыҙыҡ кешеләр. Ошоғаса ирҙең аҡсаһына ҡәйнә хужа тиһәң дә була. Миңә күпме эш хаҡы алғанын әйтмәһә лә, әсәһе барыһын да белеп тора.
Яңыраҡ телевизорҙан бер тапшырыу ҡараным. Бер ғаиләнең ыҙғышын тикшерҙеләр. “Туҡта, быларҙы ҡылайым әле, ошондай тапшырыуҙа ҡатнашып, барыһын да энәһенән ебенә тиклем һөйләп, ҡәйнәне лә, ирҙе лә оятҡа ҡалдырырғамы икән әллә?” – тигән уй килде башҡа. Минең күпме көсөм, аҡсам киткән өйҙө минән дә, балаларымдан тартып алырға теләгән кешеләргә тап-тамам булыр ине. Етмәһә, шундай тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡан өсөн күп кенә аҡса түләйҙәр, тиҙәр. Шул ысынмы икән?
Бер төркөмдә ошо хаҡта һорап яҙғайным, бер йүнле яуап яҙмағанылар, күбеһе минең үҙемде әрләгән. Йәнәһе “мин ҡара эсле, үсле”, “фатирҙы ҡалдырған өсөн иреңә рәхмәт әйт” һ.б. тип яҙып бөткәндәр. Ул төркөмдә улын ғүмер буйы бәпес урынына күргән ҡәйнәләр күберәк, күрәһең. Бәлки, ошонда аныҡ яуап биргән кешеләр булыр.
Фәниә.
С. ҡалаһы”.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды. (Был фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ).