

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Калининград ҡалаһында йәшәгән Виктор Нифонтов 30 йылдан ашыу инде легендар экстрасенс Алан Чумак "зарядлаған" һыуҙы эсә. Ул үҙе раҫлауынса, тап ошо һыу уға һаулығын һаҡларға ярҙам итә.
Виктор телетапшырыуҙар яҙмалары һаҡланған ҡулайламаны бер нисә тапҡыр яңырта. Башта ул бөтәһен дә видеокассетаға яҙҙыра, артабан компакт-дискҡа, ә һуңынан флешкаға күсерә. Ә хәҙер был яҙмалар уның планшетының ҡаты дискыһында һаҡлана.
"Был ғына түгел әле, - ти ул. - Әгәр берәй нәмә була ҡалһа, бер нисә күсермәм бар, хатта "болот"та ла. Бындай мәғлүмәтте юғалтырға ярамай!"
Һәр иртә Виктор планшет алдына таҙа ҡайнар һыу банкаһын ҡуя һәм экстрасенстың дистанцион "манипуляцияларын" тамамлауын түҙемһеҙлек менән көтә. Ул бынан һуң һыуҙың тәме бер аҙ үҙгәрә, ҡара ҡарағаттың еңелсә хуш еҫе барлыҡҡа килә, тип билдәләй. Әммә иң мөһиме - эффект!
"Миңә тиҙҙән 70 йәш тула, — ти ул, — ә мин һаман да малайҙар кеүек йүгерәм. Һәр иртә гимнастика эшләйем, йөрәк менән дә, ҡан баҫымы менән дә проблемам юҡ. Һуңғы 20 йылда бер тапҡыр ҙа һалҡын тейҙереп ауырыманым".
Виктор фекеренсә, үкенескә ҡаршы, хәҙер бындай файҙалы тапшырыуҙар үҙәк телеканалдарҙа күрһәтелмәй. Ул был сеанстарҙы совет осоронан һуңғы төп ҡаҙаныштарҙың береһе тип иҫәпләй.
Ә һеҙ Алан Чумак "зарядлаған" һыуҙы эстегеҙме? Файҙаһын тойҙоғоҙмо? Виктор ысын шул һыу арҡаһында йәп-йәшме, әллә үҙ-үҙен ышандырып йәшәйме?.. Ғөмүмән, был турала нимә уйлайһығыҙ?
Автор фотоһы.