Йәмғиәт
26 Июня , 05:00

Килен-ҡәйнә араһы - нисек уртаҡ тел табаһы?

15 йәштә уҡырға сығып китеп, 19 йәштә килен булып төшкән миңә ҡәйнәм оло тәрбиәсе булды. Модаға эйәреп, башта уға “әсәй” тип өндәшкәйнем, ул ипле генә итеп: “Килен, әсәй берәү генә була, мин ҡәйнәң”, – тип, барыһын да урынына йымлап ҡуйҙы... 

Килен-ҡәйнә араһы - нисек уртаҡ тел табаһы?Килен-ҡәйнә араһы - нисек уртаҡ тел табаһы?
Килен-ҡәйнә араһы - нисек уртаҡ тел табаһы?

Урыҫ халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәттәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә лә асыҡ сағыла. Урыҫтар “Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ”, “Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай” тиһә, беҙҙең халыҡ “Килен килер, киле һабылай теле килер”, “Йыуаш ҡәйнәнән дә “ыш” тигән һүҙ сығыр”, ти.

Сәлимә исемле танышым ҡәйнәһе менән йәшәй. Яҡын күреп йыш ҡына хәлдәрен һөйләп, унан арыуыҡ өлкәнерәк тә булғас, кәңәш һорап ала. Өйләнешкәс, күп тә тормай, ҡәйнәһенең бер бүлмәле фатирын һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алып ебәрҙеләр. “Ҡабаланманығыҙмы икән? Ҡәйнәң йәш. Олоғайып, ярҙам кәрәкһә, бергә йәшәп өлгөрөр инегеҙ. Башҡаның башы ауырымай, тиҙәр бит”, – тип шик белдерҙем. Тиҙҙән йәш килен менән ҡәйнә араһында аңлашылмаусанлыҡтар башланды. “Ныҡ үсексән, һүҙ күтәрмәй. Мин әйткән һәр нәмәнән йөй эҙләй. Шуға артыҡ һүҙ ҡушырға тырышмайым. Иң йәнемде көйҙөргәне: бала тәрбиәләүгә ҡыҫыла. Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, улым бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейендермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды. Әллә үҙем берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәйемме? Өндәшмәй ҙә ҡала алмайым, әммә ураған һайын һүҙгә килешеп йәшәү ҙә ялҡытты. Аптырағас, хәлемде тәфсирләп, интернеттағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә яҙып ебәрҙем, бәлки, берәй аҡыллы ғына кәңәш биреүсе табылыр. Апай, һин дә инеп ҡара әле”, – тип шылтыратты бер көн Сәлимә.

Әлбиттә, хатҡа ҡарата фекерен белдереүселәр күп булды. Ҡайһы берәүҙәр килендең үҙен оло кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белмәүҙә ғәйепләне, йәшерәктәр, киреһенсә, уны яҡланы. Алтын урталыҡты тәшкил иткән иң дөрөҫ яуаптарҙың береһен яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова бирҙе, минеңсә: “Бергә йәшәйһең икән, оло кешенең хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышаһың инде. Һәр ике яҡтан да сабырлыҡ, ауыр аҡыл кәрәк был осраҡта.  

15 йәштә уҡырға сығып китеп, 19 йәштә килен булып төшкән миңә ҡәйнәм оло тәрбиәсе булды. Модаға эйәреп, башта уға “әсәй” тип өндәшкәйнем, ул ипле генә итеп: “Килен, әсәй берәү генә була, мин ҡәйнәң”, – тип, барыһын да урынына йымлап ҡуйҙы. Ҡәйнә менән килен араһы әсәй менән ҡыҙҙыҡынан айырыла бит ул. Бының өсөн уға рәхмәтлемен. Ғөмүмән, беҙҙә туғанлыҡ төшөнсәләре мөнәсәбәттәрҙе шул тиклем аҡыллы көйләй, улар яҙылмаған ҡанун дәрәжәһендә хатта. Бына шуға ла ҡәйнәмә һүҙ әйтер алдынан мин әллә нисә үлсәп ҡарай торғайным.

Минең дә ҡыҙымды ҡәйнәм ҡарашты. Кейемен бер нисә комплект итеп  алып барам: быныһы – һыуыҡ булһа, быныһы – йылытып ебәрһә, быныһы – тирләп инһә, тип әйтеп ҡалдырам. Нисек кейендергәнен оҡшатмаған саҡтар ҙа булғандыр. Әммә көнөндә өндәшмәйем, иртәгәһенә, ҡәйнәм, һауа торошо шулай булһа, ошоно кейҙерерһең йәме, тип, йылы, күңелле тауыш менән, оҡшатмағанды белдермәй генә әйтәм. Ҡәйнәм үҙе лә лә сабыр холоҡло, аҡыллы булды. Шуға һүҙгә килешмәй, бик матур йәшәнек.

Баланың ауыр һүҙе һалмауырҙан ауыр, тиҙәр, ә килен-кейәүҙең әйткәне үҙ балаңдыҡынан да нығыраҡ тәьҫир итеүе ихтимал”.

Коллажда Нәсих Хәлисов фотолары ҡулланылды. (Был фотоларҙың мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас