Йәмғиәт
26 Июнь , 18:05

“Йәшел Башҡортостан” акция үткәрә

Байрамдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө – “10 000 изге орлоҡтар” акцияһы. Ойоштороусылар халыҡҡа “Шәжәрә ағасы”н үҫтерергә тәҡдим итә. Һәр ғаилә күк шыршы орлоҡтарын аласаҡ.

“Йәшел Башҡортостан” акция үткәрә“Йәшел Башҡортостан” акция үткәрә
“Йәшел Башҡортостан” акция үткәрә

Өфөлә 27 июндә Йәштәр байрамы барышында “Йәшел Башҡортостан”  төбәк йәмәғәт ойошмаһы ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Шуға ярашлы, “10 000 изге орлоҡтар” тип аталған акция үткәреләсәк.

Ошо тиҫтә йылда власть, бизнес һәм 250 меңдән ашыу граждан ҡатнашлығында ҙур һөҙөмтәгә өлгәшелде: 26 миллион төп ағас ултыртылды, 110 тематик аллея барлыҡҡа килде һәм һыу ятҡылыҡтарына 587 меңдән ашыу ҡиммәтле балыҡ төрҙәре ебәрелде.

Байрамдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө – “10 000 изге орлоҡтар” акцияһы. Ойоштороусылар халыҡҡа “Шәжәрә ағасы”н үҫтерергә тәҡдим итә. Һәр ғаилә күк шыршы орлоҡтарын аласаҡ.

– Беҙ ағас үҫтереүҙең ни тиклем оҙайлы һәм мәшәҡәтле хеҙмәт икәнен күрһәтергә теләйбеҙ. Был тәжрибә йәнле урмандың ни тиклем баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт икәнен һәм уны һаҡларға тейешлегебеҙҙе аңларға ярҙам итер, – тип билдәләне “Йәшел Башҡортостан” ойошмаһы рәйесе Гөлнара Хәмиева.

Сара Ағиҙел йылғаһы буйында 12:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.

Фото: Урман хужалығы министрлығы сайтынан. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас